Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Май 2022, 20:15

Башҡортостандан уҡыусылары - Мәскәүҙә

Улар өсөн бер нисә көнлөк бай программа әҙерләнгән.

Башҡортостандан  уҡыусылары - Мәскәүҙә
Башҡортостандан уҡыусылары - Мәскәүҙә

17 майҙан 20-һенә тиклем Мәскәүҙә Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең “Ҙур мәктәп пикнигы” фестивале  уҙғарыла. Ул үҫмерҙәрҙә әүҙем социаль позицияға ынтылыш формалаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Илебеҙ баш ҡалаһында ойошторолған күләмле сарала Башҡортостандан да делегация ҡатнаша. Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы социаль педагогы Екатерина Епифанова етәкселегендә сәфәргә республикабыҙҙан алты уҡыусы юлланды. Улар барыһы ла - “Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәтенең иң яҡшы командаһы” Бөтә Рәсәй конкурсы һәм “Мәктәптә шеф” Бөтә Рәсәй проектының төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙары. Илдең баш ҡалаһына юлланыусылар Өфө, Салауат, Ишембай ҡалаларында, Өфө, Мәсетле, Иглин райондарында белем алған уҡыусылар. Башҡортостан уҡыусылары делегацияһы етәксеһе Екатерина  Викторовна билдәләүенсә, балалар өсөн бай, йөкмәткеле сара әҙерләнгән. Шулай уҡ бында уҡытыусылар ҙа үҙҙәренә файҙалы мәғлүмәттәр алып ҡайтасаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт-дәүләт балалар-үҫмерҙәр ойошмаһының V съезында ҡатнашыусыларға тәбрикләүҙәрен юлланы. Унда йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙең мөһимлеген билдәләне. Дәүләт Башлығы телеграммаһы Кремль сайтында ла бар. “Үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек ҡиммәттәре, илебеҙ тарихына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт нигеҙендә тәрбиәләүгә ҡағылышлы мәсьәләләр әһәмиәтле дөйөм милләт бурыстары иҫәбендә һәм уларҙы тормошҡа ашырыуға дәүләт өҫтөнлөклө иғтибар бирә”, – тиелә Владимир Путиндың мөрәжәғәтендә.

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: