Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Май 2022, 17:00

Өфө уҡытыусыһы – Рәсәйҙә еңеүсе!

 “Уҡытыусы өлөшө”  II Бөтә Рәсәй конкурсында яҡташыбыҙ еңеүсе исемен яуланы.

Өфө уҡытыусыһы – Рәсәйҙә еңеүсе!
Өфө уҡытыусыһы – Рәсәйҙә еңеүсе!

 

 Ошо көндәрҙә  Мәскәүҙә был конкурстың финалистарын ҡотлау тантанаһы уҙҙы. Уның һөҙөмтәләре буйынса жюри ағзалары Өфөнөң “Новошкола” шәхси мәктәбенең  тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Юлиә Наил ҡыҙы Садиҡованы еңеүсе итеп билдәләне.

 1 000 000 һумлыҡ приз фонды булған конкурс өс этаптан торҙо һәм дүрт ай ярым дауам итте. Барлыҡ Рәсәйҙән уҡытыусылар “Минең мәктәбем 22 быуатта” темаһы буйынса видеороликтар эшләне, белем биреү ваҡиғалары сценарийҙарын төҙөнө. Аҙаҡ  башҡа мәктәп уҡытыусыларының сценарийы буйынса  белем биреү ваҡиғаларын тормошҡа ашырҙы. Унан һуң конкурсты ойоштороусылар балаларҙан да, өлкәндәрҙән дә интервью алды.

Шулай итеп, 257 ҡатнашыусынан финалға 12 уҡытыусы сыҡты.  14 майҙа "Stand Up Store Moscow" сәхнәһендә улар йәнә һынау тоттолар.

Юлиә Наил ҡыҙы финал барышында иң күп балл йыйып, 600 000 һумлыҡ төп призға лайыҡ булды.

 Шулай уҡ ул биш номинация буйынса дипломдар менән бүләкләнде,  баҫманың "ЭдЭксперт" махсус номинацияһы ла тап уға тапшырылды.

 Юлиә Садиҡова М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының бакалавриатын һәм магистратураһын тамамлай, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһының “Новошкола” белем биреү үҙәгендә тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡыта. Шулай уҡ тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары ла булып  эшләй. 

“Уҡытыусы өлөшө” конкурсының маҡсаты – киң йәмәғәтселек иғтибарын Рәсәй белем биреү системаһында шәхси мәктәптәрҙең  әһәмиәтенә йүнәлтеү ине. Конкурсты үткәреү барышында унда ҡатнашыусылар  конкурс комиссияһы һәм эксперттар уҙғарған вебинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәрен ҡарайҙар. Шулай уҡ  уникаль тәжрибә менән уртаҡлашыу, квалификацияны күтәреү,   педагогтарҙың хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында булдырылған шәхси мәктәп уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй һөнәри берләшмәһе  ҡатнашыусыһына әүерелделәр.

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: