Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
19 Май 2022, 18:30

Ҡыҙыу осор башланды

Тулы белешмәне Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алырға мөмкин.

Ҡыҙыу осор башланды
Ҡыҙыу осор башланды

Быйыл Башҡортостанда 42 411 IX класс уҡыусыһы дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы үтәсәк. Имтихандар рус теленән, математиканан һәм алдан һайланған тағы ике предметтан.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы 9 июлгә хәтлем дауам итә, 5 сентябрҙән 24 сентябргә хәтлем имтиханды өҫтәмә тапшырыу көндәре лә билдәләнгән. Тулы белешмәне Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан алырға мөмкин.

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында яңылыҡ бар. Әле имтихан материалдары һаҡланған канал бәйләнештәре аша тапшырыла, был иң уңайлы алымдарҙың береһе иҫәпләнә. Бындай эш ысулы илебеҙҙең 12 төбәгендә ҡулланыла.

Балалар имтиханды нисек тапшырғанын ГИА-9 һөҙөмтәләре менән танышыу сервисы аша һәм үҙҙәре уҡыған мәктәптә белә ала.

Фото: "Башинформ".

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: