Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Май 2022, 13:42

40 йыл балалар уҡыта

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Зөлфиә Шәрипова Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (хәҙер – Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы) тамамлағандан һуң,  математика уҡытыусыһы булып эшләй башлай. Алға китеп шуны әйтәм, ул ғүмеренең 40 йылын балалар уҡытыуға арнаған, әле лә сафта.

Зөлфиә Кинйәбәй ҡыҙының, төплө белем биреп, үҙаллы тормош юлына сығарған уҡыусы­ларының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Уларҙың күбеһе илебеҙҙең төрлө ҡалаларында нефть, авиация йүнәлешендә юғары уҡыу йорттарын һәм педагогия институттарын тамамлап, хеҙмәт өлгөһө күрһәтә.

Мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың фәнни-эҙләнеү эштәрен ойоштороу башланған йылдарҙа ул беренселәрҙән булып ҙур тырышлыҡ менән балаларҙы конференцияларға әҙерләне.

– Кисәгеләй иҫемдә, XI класс уҡыусыһы, “Математика – башҡорт халыҡ ижадында” тигән темаға ғилми-эҙләнеү эше өсөн республикабыҙҙа икенсе урынға лайыҡ булып, Почет грамотаһы менән бүләкләнгәйне, – тип хәтерләй үткәндәрҙе Бәләбәй башҡорт гимназия-интернаты уҡытыу­сыһы. – Ғөмүмән, ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы төрлө сараларға даими йәлеп итергә тырышабыҙ. Әлбиттә, һөҙөмтә бар. Был отошло эш алымы киләсәктә лә ҡулланыласаҡ.

Инде нисә йыл әүҙем педагог, балаларҙы һәр төрлө  эшкә ылыҡтырып, гимназия, район, республика ғына түгел, илебеҙ кимәлендә лә призлы урындарға сығарҙы. Бүләк итеп тапшырылған диплом һәм грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ.

Зөлфиә Кинйәбай ҡыҙы ваҡытлы матбуғат менән дә хеҙмәттәшлек итә. Күптән түгел уның “Бәләбәй хәбәрҙәре” район гәзитендә “Онотолмаҫ сәфәр” исемле ҡыҙыҡлы юлъяҙмаһын олоһо ла, кесеһе лә яратып уҡыны. “Белем биреүҙә этно-мәҙәни компоненттар, теория, технологиялар, алдынғы тәжрибә” фәнни китабында “Өсмө­йөштәр” тигән (VII класс өсөн) йомғаҡлау дәресе конспекты донъя күрҙе.

Арабыҙҙағы иң өлкән педагог әлегәсә гимназиябыҙҙа йәштәрҙән ҡалышмай тырышлыҡ һала, хәҙерге заман технологияларын ҡулланып, ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә, хеҙмәтенең һөҙөм­тәләренә ҡыуанып йәшәй.

– Мин – бәхетле, сөнки һәр йәһәттән дә уңышҡа өлгәштем, – ти Зөлфиә ханым. – Беренсенән, һөнәрҙе дөрөҫ һайланым, уҡытыусы тигән юғары исемде йөрөтәм. Педагог баланы яҡтылыҡҡа әйҙәй, яҡшы эштәргә саҡыра, һәр саҡ тура юлдан алып бара. Икенсенән, уҡыусыларымдың барыһы ла ҡаҙаныштары менән һөйөндөрә. Улар юғары уҡыу йорттарына инә, төрлө һөнәр һайлай. Тимәк, уҡытыусы булараҡ, дөрөҫ йүнәлеш биргәнмен. Өсөнсөнән, һәр ваҡыт хәлемде белешеп тороуҙары, улар менән күңел серҙәремде бүлешә алыуымды ҙур бәхеткә тиңләйем.

 

Әлфиә ШАФИҠОВА.

 

 Бәләбәй районы.

Читайте нас: