Йәйге каникул башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Балаларҙың ялы онотолмаҫлыҡ, күңелле булһын өсөн өлкәндәр уны алдан ҡайғырта. Ишембай районында ла әҙерлек эштәренең ҡыҙған мәле.
– Әле балалар һауыҡтырыу учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу буйынса йәнле эш бара. Биналар, һыу менән тәьмин итеү системаһы, канализация ремонтлана, аҙыҡ блоктары өсөн тейешле ҡорамал, йыһаздар, медицина кәрәк-яраҡтары алына. Лагерҙарҙы әҙерләгәндә янғынға, террорға ҡаршы, санитар хәүефһеҙлек тә күҙ уңында тотола. Барлыҡ ҡала янындағы учреждениелар муниципаль ведомство-ара комиссия тарафынан тикшерелеп ҡабул ителәсәк, – тине Ишембай районының мәғариф идаралығы етәксеһе Илшат Исмәғилев.
Быйыл йәйге һауыҡтырыу кампанияһы барышында төрлө типтағы 65 балалар лагерының эшләүе планлаштырыла. Стационар ҡала ситендәге лагерҙарға – 800-ләп, 28 көндөҙгө үҙәккә 1800-ҙән ашыу, хеҙмәт һәм ял лагерына – 800, алты профилле лагерға 200 баланы йәлеп итеү күҙаллана. Ғөмүмән, ялдың, һауыҡтырыуҙың, мәшғүллектең төрлө формалары менән 11 меңдән ашыу баланы йәлеп итеү ниәтләнә, уларҙың 180-гә яҡыны – ауыр тормош хәленә тарығандар.
– Йәйге каникул осоронда ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балаларға айырым иғтибар йүнәлтеләсәк. Һаулығы буйынса сиклеләр тураһында ла хәстәрлек күрелә, мәктәп яны лагерҙарында ла уларға өҫтөнлөк бирелә, – тине Илшат Һиҙиәтулла улы.
Аҙ сығым талап ителгән ял формаларын ойоштороу ҙа күҙ уңында. Бындай төр ялға яҡынса өс мең ярымға яҡын баланы ылыҡтырыу маҡсаты ҡуйылған. Һауа шарттарына ҡарап, төрлө походтарға, экскурсияларға сығасаҡтар. Йәштәр эштәре буйынса комитет 50-гә яҡын ихата майҙансыҡтары булдырып, балаларҙың ялын файҙалы, ҡыҙыҡлы итеп үткәреүгә үҙ өлөшөн индерә.
Көндөҙгө үҙәктәр, хеҙмәт һәм ял лагерҙары балалар өсөн бушлай, республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә ойошторола. Унда яҡшы туҡланыу менән бер рәттән һәр көнгә ҡыҙыҡлы саралар билдәләнгән. Хеҙмәт һәм ял лагерына йөрөүселәр биләмәне матурлау, баҡса эштәренә лә йәлеп ителә. Мәктәп яны лагерҙарының барыһын да “Рәсәйҙең йәш бөркөттәре берҙәмлеге” берҙәм федераль программаһы берләштерә. Көн һайын Рәсәйҙең дәүләт флагын күтәреү тантанаһы, “Илемде беләм һәм яратам” кеүек мәғлүмәтле экскурсиялар йәш быуында илһөйәрлек тойғоларын үҫтереүгә йүнәлтелә.
Ишембай районы биләмәһендә “Йәйғор” муниципаль һәм “Йондоҙсоҡ” шәхси ҡала яны лагерҙары балаларҙы ҡабул итәсәк. Белгестәр балалар ялы өсөн кешбэк программаһы эшләүен дә хәтергә төшөрә. Ата-әсәләр ҡала ситендәге стационар лагерҙарға юллама хаҡының бер өлөшөн ҡайтара ала.
– Быйылғы һауыҡтырыу кампанияһының үҙенсәлеге – ковид менән бәйле сикләүҙәрҙең йомшарыуы: асыҡ майҙанда күләмле саралар үткәреүгә һәм ата-әсәләр килеүенә тыйыу бөтөрөлдө. Отрядтарҙы ла 100 процентҡа тултырырға мөмкин. Һәр смена алдынан персоналды ковидҡа тикшереү ҡала яны лагерына ғына ҡағыла, – тине мәғариф идаралығы етәксеһе.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА.
Ишембай районы.