Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
20 Май 2022, 14:28

Нефтселәр әҙерләгән уҡыу йортона рәхим итегеҙ!

Ишембай колледжы киләсәкте хәстәрләй.

Йәшәйештә оло юбилейҙарҙы билдәләй торған матур йолабыҙ бар. Йылдар үтә тора, үткән ғүмергә тормош үҙе баһа бирә. Ишембай нефть колледжының 90 йыллыҡ тарихы – шуға асыҡ миҫал. Олпат йәштә лә киләсәк тураһында уйланабыҙ, юбилей алдынан үҙебеҙҙең үткәнде  тарих биттәрен барлайбыҙ.

Колледждың 90 йәшлек юбилейы – беҙҙең генә түгел, бында уҡыған, эшләп киткәндәрҙең дә байрамы, Башҡортостандың киләсәге өсөн тырышып эшләгән һәр кемдең тантанаһы.

Әлбиттә, был йылдар дауамында илдә лә, республикала ла, колледжда ла ҙур үҙгәрештәр булды. Тик бер нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала: йолаларға тоғролоҡ, быуындар бәйләнеше һәм үҙ шөғөлөңә, эшеңә тоғро хеҙмәт итеү.

Колледж коллективының төп бурыстарының береһе – студент­тарға белем биреү өсөн шарттар булдырыу, уларҙың аң-белем кимәлен үҫтереү, ижади һәләттәрен асыу. Бөгөнгө заманда белемле булыу – һәр кешенең уңышлы тормошоноң нигеҙе. Ғилемле кеше генә һөнәри яҡтан үҫешә ала. Шуға ла колледж етәкселеге уҡытыу процесына гел яңылыҡтар индереп тора, мәғлүмәти һәм инновацион технологиялар һәм заманса йыһаздар ҡулланыла. Уҡытыусы­лар коллективы киләсәк өсөн эшләп, һәр яҡлап студенттарға уңайлы мөхит булдырыу, уҡыу процесын ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле итеү өсөн тырыша.

Колледждың үткәне Ишембай ҡалаһы, республика тарихы менән тығыҙ бәйләнгән. Беҙҙә белем алып, үҙ һөнәре буйынса эшләгән белгестәр бөтә Рәсәй буйлап таралған һәм ил тарихын яҙыуға үҙ өлөшөн индергән. Колледжды тамамлаусылар араһында ябай эшселәрҙән алып, инженерҙар, депутаттар, власть органдарында эшләүселәр ҙә бихисап. 90 йыл эсендә беҙҙә әҙерлек үткән белгес­тәрҙең һәр өлкәлә лә юғары баһаланғаны билдәле.

Ишембай нефть колледжы Башҡортостандың, Рәсәйҙең нефть һәм газ тармағының алмаштыр­ғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Был – тәү сиратта, колледждың педагогик коллективының хеҙмәте. Күпме юбилей саралары үтте, алда тағы мәртәбәлерәк даталар көтә, әммә уҡыу йортобоҙ йәш сырайын ташламай: йыл да яңы студенттар килә, хеҙмәт коллективы йәшәрә. Был берҙәм коллективты ауыр­лыҡтар еңә алмай.

Йылдан-йыл уҡыу йортона кил­гән студенттар үҙгәрә: йәштәр­ҙең күпте белгеһе килә, улар йәмәғәт тормошонда әүҙемерәк ҡатнаша, информацион технологияларҙы тиҙ үҙләштерә.

Бөгөнгөгә баһа биреү өсөн үткәндәрҙе байҡарға кәрәк. 1932 йылдың майында Ишембай нефте табылғандан һуң, нефть промыслаларына белгестәр талап ителә. Ҡатмарлы техник мәсьәләләрҙе хәл итеү, скважиналар ҡаҙыу, газ һәм нефть ятҡылыҡтарын асыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн белемле кешеләр кәрәк була. Шул уҡ йылдың де­кабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Нефть техникумы эш башлай. Ул ваҡытта Ишембай ҡалаһы булмай әле. 1942 йылда предприятиелар асылғас, техникум Ишембайға күсерелә. Нефть өлкәһенә бел­гестәр әҙерләһә лә, техникумдың матди-техник базаһы ауыр хәл ителә. Тәүҙә дәрестәр район башҡарма комитеты һәм китапхана бинаһында үтә, махсуслашҡан кабинеттар һәм лабораториялар булмай. “Студенттар фатирҙы ҡуртымға алып йәшәне, дөйөм ятаҡ бәләкәй булды. Һыуҙы аттарҙа ташыйҙар ине, кәрәсин лампаһы яҡтыһында уҡыныҡ, мейес яғып йәшәнек. Хәйер, һуғыш һәм унан һуңғы ваҡытта бер кемгә лә еңел булманы. Әммә йәшлек менән белемгә ынтылыш көслө булды. Техникум студенттары спорт, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашты. Практиканы иһә Ишембайҙа ғына түгел Баҡы, Грозный ҡалаларында үттек. Донъя күреп ҡайттыҡ”, – тип хәтирәләргә бирелә 1939 йылда техникумды тамамлаған К.Ф. Савина.

Һуғышҡа тиклем техникумда йыл һайын 360 – 420 кеше уҡып сыға. Ике махсус бүлек – “Нефть һәм газ скважиналарын ҡаҙыу” һәм “Нефть һәм газ скважиналарын файҙаланыу” асыла һәм белгестәр әҙерләй. 1940 йылда тағы ике бүлек эш башлай – “Нефть һәм газ технологиялары” белгестәре менән бухгалтер-иҡтисадсылар әҙер­ләйҙәр.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән студенттарҙың күбеһе фронтҡа китә. Тылдағылар бөтә тырышлығын уҡыуға ташлай. Госпиталдәргә шефлыҡ итә.

Һуғыш тамамланыу менән газ һәм нефть тармағы эшен көсәйтеү талап ителә, шуға техникум студенттар һанын ике тапҡырға арттыра. Бер юлы 750 кешене ҡабул итәләр. Яңы бүлектәр асыла. Һуғышта ҡатнашҡан яугирҙәр уҡыуҙарын дауам итә.

1954 йылда техникумға бина бирәләр. Әммә ҙур булмаған мәктәп бинаһы лабораториялар ойоштороу мөмкинлеген сикләй.

1966 йылда Губкин урамында өс ҡатлы уҡыу корпусы төҙөлә, ике йылдан уның эргәһендә 300 кешелек дөйөм ятаҡ ҡалҡып сыға. 1974 йылда иһә тағы ла өс ҡатлы төкөтмә һәм ашхана төҙөлә.

Ишембай нефть колледжы ауыр, әммә оҙайлы юл үтә, меңәрләгән студентты уҡытып сығара һәм бөгөн дә киләсәкте хәстәрләп йәшәй.

 

Фирҙәүес ӘҺЛИУЛЛИНА,

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Читайте нас: