Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Май 2022, 14:45

Быйыл имтихандар нисек тапшырылыр?

Коронавирус пандемияһына тиклемге осорға кире ҡайтабыҙ. 

Быйыл имтихандар нисек тапшырылыр?
Быйыл имтихандар нисек тапшырылыр?

Әле 9-сы һәм 11-се класты тамамлаған уҡыусылар өсөн ҡыҙыу осор башланды. Улар дәүләт имтихандарын тапшыра. Был турала бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә лә һөйләшеү булды. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин һөйләүенсә, быйыл имтихандар тапшырыуҙы ойоштороу ковидҡа тиклемге осорҙағы кеүек буласаҡ. Аттестат алыу өсөн бөтә ун беренселәр ҙә рус теле һәм математиканан имтихан тапшырасаҡ. Былтырҙары был имтихандарҙы вузға инергә теләгәндәр генә тапшырғайны.

Берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро – 26 майҙан 2 июлгә тиклем, өҫтәмә осоро 5-нән 20 сентябргә тиклем планлаштырылған. Быйыл төп осорҙа 156 имтихан ҡабул итеү пункты эшләйәсәк. Уларҙа 11-се класты тамамлаған 17545 уҡыусы ҡатнашасаҡ. Сығарылыш класс уҡыусылары һайлаған иң популяр дәүләт имтиханы – профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү. Шулай уҡ информатика менән ИКТ, биология, физика, химия, тарих фәндәренә ҡыҙыҡһыныу ҙур.

Туғыҙынсылар өсөн дә быйыл имтихандар ғәҙәти форматта үтәсәк. Улар аттестат алыу өсөн дүрт имтихан тапшырасаҡ: рус теле, математика һәм үҙҙәре һайлаған ике предмет. Быйыл 42411 туғыҙынсыны тамамлаған уҡыусы был имтихандарҙы биреү өсөн теркәлгән.

Фото: kamazori.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: