Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Май 2022, 22:00

"Һуңғы ҡыңғырау" сыңлай...

Өфө уҡыусылары байрамға ҡасан, ҡайҙа йыйыласаҡ?

"Һуңғы ҡыңғырау" сыңлай...
"Һуңғы ҡыңғырау" сыңлай...

Өфөлә "Һуңғы ҡыңғырау" байрамы 25 майҙа "Торатау" конгресс-холының түбәнге майҙансығында үтәсәк.

Һуңғы ҡыңғырау баш ҡаланың 119 дөйөм белем биреү мәктәбенең 4853 уҡыусыһы өсөн яңғыраясаҡ.

26 майҙа 11-се класс уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра башлай. БДИ 2 июлгә тиклем дауам итә.

Ҡәҙерле уҡыусылар, һеҙҙе тормошоғоҙҙағы матур ваҡиға уңайынан ихлас ҡотлайбыҙ. Барығыҙға ла хәйерле юл, бар хыялығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Имтихандарҙы уңышлы тапшырығыҙ!

Фото: видеонан скриншот.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: