Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Май 2022, 22:45

Йәш һөнәрмәндәр республика намыҫын яҡлаясаҡ

“Йәш профессионалдар” Х милли чемпионатында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу ярыштары тамамланды. Быйыл чемпионат ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәк?

Йәш һөнәрмәндәр республика намыҫын яҡлаясаҡ
Йәш һөнәрмәндәр республика намыҫын яҡлаясаҡ

Рәсәй төбәктәрендә “Йәш профессионалдар” Х милли чемпионатында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу һәм ошо сараның финалына тиңләштерелгән ярыштар тамамланды.

"WorldSkills Рәсәй хәрәкәте – һөнәри белем биреү тармағындағы киң даирәле сараларҙың береһе. Башҡортостан командаһының бер нисә йыл дауамында тик яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеүе һөйөндөрә. Бөгөнгө заман иҡтисады шарттарында йәштәребеҙ үҙҙәрен юғары һөнәри әҙерлеккә, көнәркәшлеккә эйә белгестәр булараҡ таныта бара, - тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. – Конкурс барышында егеттәр һәм ҡыҙҙар һөнәри әҙерлеген арттыра, ә эш биреүселәр чемпионаттың бойондороҡһоҙ эксперттары булып тора".

Бөтә Рәсәй буйынса ярыштарҙа 157 йүнәлеш буйынса 5500-гә яҡын конкурсант ҡатнашҡан. Рәсәйҙең 27 субъекты беренселекте ойоштороуға булышлыҡ иткән төбәктәр булараҡ сығыш яһаны, шул иҫәптән Башҡортостан 11 йүнәлеш буйынса һайлап алыу һәм йомғаҡлау ярыштарын ойошторошто.

Дөйөм һөҙөмтәләргә ярашлы, Башҡортостан студенттары “Умартасылыҡ”, “Музей педагогикаһы”, “Смета эшмәкәрлеге” буйынса алтын миҙал яуланы. “Ташты архитектур эшкәртеү”, “Ер аҫты электр слесары”, “Компьютер уйындары һәм мультимедиа ҡушымталары эшләү - Юниорҙар”, “Туроператор эшмәкәрлеге – Юниорҙар”, “Тимер юлда ташыу хеҙмәте менән идара итеү”, “Дауалау эшмәкәрлеге (фельдшер)”, “Умартасылыҡ” йүнәлештәре буйынса беҙҙең республика йәштәре көмөш миҙалдарға лайыҡ булған. Шулай уҡ бронза миҙал эйәләре лә бар.

Шулай итеп, Х милли чемпионат һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан командаһы ҡарамағында өс алтын, ете көмөш, алты бронза миҙал һәм һөнәри оҫталыҡ өсөн 28 медальон бар.

Һайлап алыу ярыштары һөҙөмтәләренә ярашлы, 34 конкурсант “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia) – 2022” Х милли чемпионатында республикабыҙ намыҫын яҡлаясаҡ. Ул 8-12 сентябрҙә Мордовия Республикаһында үтәсәк.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: