Хәйбулла районындағы "Аҡсарлаҡ" лагеры йәш быуындың һаулығын нығытыу һәм ялын күңелле үткәреү өсөн тулыһынса әҙер. Бында беренсе сменаға 120 баланы ҡабул итергә әҙерләнәләр.
Район буйынса ҡырҡ юллама күп балалы һәм социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ата-әсә наҙынан мәхрүм ҡалғандарға бирелгән. Тәүге заезд 1 июндән башлана.
Балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн лагерҙа бар шарттар үтәлгән: бүлмәләрҙә капиталь һәм косметик ремонт эшләнгән, биләмә тирәһе, бүлмәләр дезинфекцияланған, янғынға ҡаршы һаҡланыу саралары ла теүәл атҡарылған. Етәксе Х. Шәмсетдинов әйтеүенсә, яңы постель кәрәк-яраҡтары һатып алынған, һауыт-һаба яңыртылған, видеокүҙәтеү камералары ремонтланған. Әле лагерҙа эшләү өсөн хеҙмәткәрҙәр ҡабул ителә, уларға медицина тикшереүе үткәреүҙә ярҙам күрһәтелә. Төп педагогик составты Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты, Сибай педагогия колледжы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары тәшкил итә. Буласаҡ педагогтар үҙҙәренең махсус практикаһын лагерҙа үтергә теләк белдергән.
Ата-әсәләр балаларына путевка һатып алғанда кешбэк программаларынан файҙаланған.
Текст һәм фото сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.