Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Май 2022, 18:30

Абаканда – башҡорт ғалимдары

Сарала филология белгестәре Гөлнур Хөсәйҽнова менән Айгөл Хәкимйәнова ҡатнашты.

Абаканда – башҡорт ғалимдары
Абаканда – башҡорт ғалимдары

Хакас Республикаһының баш ҡалаһы Абаканда донъя кимәлендә киң танылыу алған ғалим Н.Ф. Катановтың тыуыуына 160 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сараға Башҡортостан ғалимдарына саҡырыу килде.

"Себер халыҡтарының телен һәм мәҙәниәтҽн һаҡлау" V халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конфҽрҽнцияла Башҡортостан Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фҽдҽраль тикшеренеү үҙәгенең "Почҽт Билдәһҽ" орденлы Тарих, тҽл һәм әҙәбиәт институтынан филология фәндәрҽ докторы, фольклор ғилеме бүлегҽ мөдирҽ Гөлнур Хөсәйҽнова менән шул уҡ бүлектҽң өлкән ғилми хҽҙмәткәре, филология фәндәрҽ кандидаты Айгөл Хәкимйәнова ҡатнашты.

Конфҽрҽнция сиктәрендә тыуған ауылы Аскизда ғалимға һәйкәл асыу тантанаһы уҙҙы. Ундай маҡтаулы миссияны Ҡазан дәүләт унивҽрситеты профессоры Р.М. Вәлиев менән докладын “Н.Ф. Катановтың башҡорт ғилемендәгҽ әһәмиәтҽ” тигән темаға арнаған Гөлнур Хөсәйҽнова атҡарҙы.

Гөлнур Хөсәйенованың фотоһы.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: