Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
24 Май 2022, 20:45

Башҡортостан студенттары еңеүҙәр яулап ҡайтты

Фестивалдә республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарынан 117 ҡыҙ һәм егет ҡатнашты.

Башҡортостан студенттары еңеүҙәр яулап ҡайтты
Башҡортостан студенттары еңеүҙәр яулап ҡайтты

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 23 майҙа Һамарҙа “Рәсәй студент яҙы” ХХХ Бөтә Рәсәй  фестивале тамамланды. “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһының ижади проектында илебеҙҙең 85 төбәгенән биш мең самаһы студент ҡатнашты. Башҡортостан делегацияһы фестивалдә иң ҙурҙарҙың береһе булды, уның составына төрлө юғары уҡыу йорттарынан 117 ҡыҙ һәм егет инде.

"Студент яҙы" һөҙөмтәләренә ярашлы, Башҡортостандың программаһы ил төбәктәренең дөйөм рейтингы буйынса икенсе урында билдәләнде. Бынан тыш, республика студенттары фестивалдең төрлө йүнәлештәре буйынса 16 наградаға лайыҡ булды.  

"Рәсәй студент яҙы – йәштәргә үҙ һәләттәрен асыу өсөн ҡыҙыҡлы программа. Быйыл Башҡортостан фестивалдә 35 номинация һәм туғыҙ йүнәлеш буйынса сығыштар тәҡдим иткән. Сағыштырыу өсөн: 2020 йылда Дондағы Ростовта беҙ биш йүнәлеш буйынса һигеҙ ғариза биреп, алты еңеү яулағайныҡ. Төбәктә проектты үҫтереү йәһәтенән пландар ҙур. Башҡортостанда “Студент яҙы” киңерәк төҫ аласаҡ, беҙ уға мәктәп уҡыусыларын һәм урта һөнәри белем биреү ойошмаларын да йәлеп итергә уйлайбыҙ", - тине республиканың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук.

Башҡорт дәүләт университетынан Линара Хәбибуллина график дизайнерҙар араһында беренсе дәрәжә лауреаты булып танылды. Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Вилдан Абраров вокал йүнәлеше буйынса – беренсе, Алиса Йомағәлиева (М. Аҡмулла исемендәге БДПУ), Гөлнара Байғужина (БДУ) һәм Мөхәммәт Мәджит (БДМУ) икенсе дәрәжәләге лауреат исемен яуланы.

Башҡортостан дәүләт аграр университетының яҡтылыҡ шоуы һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан “СТРАДЛ” спорт-аэробика шоуы икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. БДУ студенты Арыҫлан Ғәлин һәм Өфө дәүләт сәнғәт институтынан Арыҫлан Оморҙаҡов – инструменталь йүнәлештә лауреаттар. Башҡорт дәүләт университетынан “Атмосфера” проекты ике наградаға: бейеү йүнәлешендә – икенсе, театр буйынса өсөнсө урында билдәләнгән.

Текст һәм фото сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: