Лира Иғтисамова "Һуңғы ҡыңғырау"ға арналған тантаналы линейкала ҡатнашты.
Бөгөн, 25 майҙа, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР финанс министры Лира Иғтисамова 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияла үткән “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында ҡатнашты.
- Мәктәп уҡыусылары өсөн иң тулҡынландырғыс һәм шатлыҡлы байрам – “Һуңғы ҡыңғырау” менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Мәктәпте тамамлау – һәр кеше тормошонда мөһим мәл ул. Һеҙ, сығарылыш уҡыусылары, барығыҙ ҙа үҙаллы, оло тормош тупһаһында тораһығыҙ. Алда һеҙҙе Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу кеүек етди һынау көтә. Уны лайыҡлы үтеүегеҙҙе һәм юғары балдарға эйә булыуығыҙҙы теләйем, - тип мөрәжәғәт итте Лира Иғтисамова уҡыусыларға.
Фото һәм сығанаҡ: minfin.bashkortostan.ru