Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһына бәйле яҙма менән уртаҡлашты.
“Бөгөн 5-се лицейҙа үткән “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында байрамса кәйеф кисерҙем. Үҙемдең мәктәп йылдарымды, беренсе уҡытыусымды, бөгөнгө сығарылыш уҡыусылары кеүек, ололарҙың изге теләктәрен тыңлап, һуңғы тантаналы линейкала баҫып тороуымды иҫләнем. Был – ысынлап та, бик сағыу, ғүмерлеккә иҫтә ҡала торған мәл.
Быйыл һуңғы ҡыңғырау Башҡортостандың 17 меңгә яҡын сығарылыш уҡыусыһы өсөн сыңлай. Һәр берегеҙгә ҡыйыулыҡ, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыуығыҙҙы, ҙур тормошта үҙ таланттарығыҙҙы асыуығыҙҙы теләйем. Бәхетле булығыҙ, балалар!
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, Хөкүмәт тарафынан һеҙҙе һәр ваҡыт ҡурсаларбыҙ. Белем биреүҙә көнәркәшлекте тәьмин итеү маҡсатында бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шулай уҡ Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә вуз-ара студент кампусын төҙөү проекты ғәмәлгә ашырыла. Былар барыһы ла туған республикабыҙҙа сифатлы белем алыу мөмкинлеген бирә”, - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Сығанаҡ һәм фото: vk.com/agnazarov