Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Май 2022, 16:30

“Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: һеҙ – Беренселәр!”

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамлаусыларға тап шулай тип өндәште. 

“Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: һеҙ – Беренселәр!”
“Һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: һеҙ – Беренселәр!”

Бөгөн, 25 майҙа, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткән “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында ҡатнашты. Быйыл  XI класты тамамлаған 147 һәм IX бөткән 120 уҡыусы өсөн һуңғы тапҡыр мәктәп ҡыңғырауы яңғыраны.

Азат Бадранов мәктәптең сығарылыш уҡыусыларына ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

- Тормошоғоҙҙоң яңы битен асаһығыҙ, әммә туған гимназияғыҙҙы онотмағыҙ, һеҙгә үҙ күңеленең бер өлөшөн биргән остаздарығыҙ, уҡытыусыларығыҙ менән бәйләнеште өҙмәгеҙ. Тап улар ярҙамында һеҙ белемгә генә түгел, изге ҡиммәттәргә – дуҫлыҡ, ихлас аралашыу тәжрибәһенә эйә булдығыҙ, тәүге һынауҙарҙы еңергә өйрәндегеҙ, еңеү тәмен татынығыҙ. Һәм һәр ваҡыт иҫтә тотоғоҙ: һеҙ – Беренселәр! – тине Азат Бадранов.

Беренсе вице-премьер гимназия-интернаттың педагогик коллективына Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә индергән лайыҡлы өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.  

– Олимпиада һәм конкурстарҙа яуланған еңеүҙәр, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһындағы юғары балдар, имтиханды 100 балға биреүселәр, “ТОП-200 мәктәп” рейтингына инеү, техник йүнәлештәге иң яҡшы вуздар өсөн абитуриенттар әҙерләү – уҡыусылар менән алып барған ижади хеҙмәтегеҙҙең емештәре. Һеҙгә мәрхәмәтле, изге күңелле, йор аҡыллы булыуығыҙ, һөнәри оҫталығығыҙ һәм хеҙмәтегеҙҙе яратып башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм, - тип билдәләне Азат Бадранов.

Сараға коллектив һәм сығарылыш уҡыусылары матур тамаша әҙерләгән ине.

Тантана һуңында республика Премьер-министры урынбаҫары сығарылыш уҡыусыларын тағы бер тапҡыр ҡотлап, имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙарын, үҙҙәре теләгән юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәрен теләне.

– Алда һеҙҙе етди имтихандар көтә, ә уларҙан һуң – тормоштоң уңыштар, шатлыҡтар менән тулы яңы этабы, уҡыу. Тап һеҙ үҙебеҙҙең вуздарҙың данын арттырасаҡ студенттар, уңышлы йәш кешеләр – Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәйҙең патриоттары булырһығыҙ, туған Башҡортостан хаҡына эштәрҙе дауам итерһегеҙ, тип ышанғы килә, - тине Азат Бадранов.

Фото һәм сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: