Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
25 Май 2022, 13:30

Һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш барышында мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова уҡырға инеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы

Һуңғы ҡыңғырау сыңланы
Һуңғы ҡыңғырау сыңланы

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уратаҡлашты.

"Бөгөн, 25 майҙа, Башҡортостан мәктәптәренең XI класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Алда – БДИ, ә артабан – вуз һәм колледждарға уҡырға инеү.

Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуында Республикаға идара итеү үҙәгенән тура бәйләнеш барышында мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова уҡырға инеү ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.

Колледж һәм вуздарға документтарҙы ҡасан тапшырырға мөмкин?

Юғары уҡыу йорттарына документтар – 20 июндән 27 июлгә, колледждарға 15 июндән 15 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.

Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ?

Кәрәкле документтар исемлеге менән уҡыу йорттарының сайттарында танышырға мөмкин.

Мөһим! Әгәр сығарылыш уҡыусыһы һөнәр һәм вуз һайлап өлгөрмәһә йәки башҡа сәбәп менән уҡырға инмәһә лә, БДИ һөҙөмтәһе дүрт йыл ғәмәлдә була. Шуға күрә уйлау, лайыҡлы һайлау өсөн ваҡыт етерлек.

Ошола турала ентеклерәк – видеояҙмала.

Фото: novokubanskiy.ru

Видео: Республикаға идара итеү үҙәге.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: