Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Май 2022, 18:45

Ата-әсәләр йыйылышында ниндәй темаға һөйләшеү көтөлә?

Трансляцияға бөгөн, 27 майҙа, Өфө ваҡыты буйынса 21.00 сәғәттә ҡушылығыҙ.

Ата-әсәләр йыйылышында ниндәй темаға һөйләшеү көтөлә?
Ата-әсәләр йыйылышында ниндәй темаға һөйләшеү көтөлә?

"Экран тирәләй тормошто нисек планлаштырырға?" Тиҙҙән буласаҡ Бөтә Рәсәй ата-әсәләрҙең асыҡ йыйылышы темаһы шундай. Уны педагогика фәндәре докторы, Рәсәй дәүләт гуманитар университеты проректоры Лариса Пастухова үткәрә.

Ата-әсәләр гаджеттарҙан файҙаланыу мәҙәниәте тураһында беләсәк, "балаларҙың уйынға бәйлелеге" төшөнсәһе менән танышасаҡ, баланы виртуаль донъянан айырыу, дөрөҫ мөнәсәбәт ҡороу алымдарын өйрәнәсәк. Эксперттарҙың кәңәштәре ата-әсәгә һәр яҡлап файҙалы буласаҡ, ти ойоштороусылар.

Трансляцияға бөгөн, 27 майҙа, Өфө ваҡыты буйынса 21.00 сәғәттә ҡушылығыҙ: https://vk.com/video-30558759_456243218

Фото: Мәғариф һәм фән министрлығы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас: