Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан Фәндәр академияһы юбилейын билдәләй

Бөгөн ике йылдың лауреаттарына бүләктәр бер юлы тапшырылды.

Башҡортостан Фәндәр академияһы юбилейын билдәләй
Башҡортостан Фәндәр академияһы юбилейын билдәләй

Республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов бөгөн Башҡортостан Фәндәр академияһының президентын һәм президиумын һайлау буйынса дөйөм йыйылышта сығыш яһаны, хеҙмәткәрҙәрҙе юбилейҙары менән ҡотланы.

"Утыҙ йыллыҡ хеҙмәт осоронда Фәндәр академияһы Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешен фәнни нигеҙләүгә индергән өлөшө менән беҙҙең юғары закондар сығарыу органы һәм республика етәкселегенең сәйәси ҡарарының дөрөҫлөгөн раҫланы. Бөгөн ул – төбәктең фәнни-технологик үҫешендә әүҙем ҡатнашыусы, был эшмәкәрлектә республиканың башҡа ғилми учреждениелары һәм университеттары менән гармониялы, тәьҫирле хеҙмәттәшлек итә", – тине Азат Бадранов.

Беренсе вице-премьерҙың билдәләүенсә, бөгөн тәүге планға социаль-гуманитар өлкәләге фәнни тикшеренеүҙәр, шулай уҡ ғәмәли өлөшө – мәғлүмәт-аналитика эшмәкәрлеге, мәғлүмәтте туплау, эшкәртеү сыға, шул иҫәптән интервью ярҙамын ҡулланып социологик һорау алыу.

"Башҡортостан Хөкүмәте Демографик доклад өҫтөндә эшләгән ғалимдарҙың хеҙмәтен юғары баһалай һәм киләсәктә емешле хеҙмәттәшлеккә иҫәп тота, сөнки был тикшеренеүҙәр төплө уйланылған дәүләт сәйәсәтен үткәрергә ярҙам итә", – тип билдәләне Азат Бадранов.

Сара аҙағында ул ғалимдарҙы тағы бер тапҡыр юбилейҙары менән ҡотлап, ғилми эҙләнеүҙәрҙә уңыштар теләне, Фәндәр академияһының исемләнгән премияларын тапшырҙы. Сикләүҙәр сәбәпле 2020 йылғы премияларҙы тапшырыу кисектереп торолғайны, бөгөн ике йылдың лауреаттарына бүләктәр бер юлы тапшырылды.

2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса физика-математика өлкәһендә К.П. Краузе исемендәге премиялар физика-математика фәндәре докторҙары Наил Әсфәндиәров һәм Станислав Пшеничнюкка тапшырылды. 2021 йылғы Р.Р. Мәүлетов исемендәге премияны техник фәндәр өлкәһендә физика-математика фәндәре докторы Сәид Урманчеев алды. Химия һәм нефть өлкәһендәге С.Р. Рафиҡов исемендәге премияға академик Райхана Ҡунаҡова һәм химия фәндәре докторы Радик Зәйнуллин лайыҡ булды. Нефть геологияһы өлкәһендәге А.А. Трофимук исемендәге премия академик Тамара Казанцеваға бирелде.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56133

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас в