Өфө ҡалаһындағы М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейының китапханаһы тәнәфес һайын балалар менән тула. Лицей китапханасыһы Венера Сәйфуллина һәр уҡыусының зауығына тап килерлек китап һайларға ярҙам итә, кәңәштәрен бирә, яңы йыйынтыҡтар менән таныштыра. Бында шулай уҡ, календарға ярашлы, тематик күргәҙмәләр ҙә йыш ойошторола. Улар ҙа уҡыусыларға аң-белем кимәлен арттырырға, әҙәби-мәҙәни донъя яңылыҡтары менән ваҡытында танышып барырға ярҙам итә.
Венера Раян ҡыҙының китапханасы эшмәкәрлегенә тотоноуына күп ваҡыт та үтмәгән: ошо лицейҙа әлеге вазифаны бер йыл башҡара.
– Бала саҡтан ғаиләбеҙҙә уҡыу культы көслө булды, бигерәк тә атайыбыҙ китап, матбуғат уҡырға яратты, ошо мауығыуын беҙгә лә бирә алды. Бала саҡтан Ноғман Мусин, Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәрен айырыуса үҙ иттем. Уларҙың эстәлеген йә берәй ҡыҙыҡлы урынын урамда бергә уйнаған дуҫтарыма, класташтарыма ла һөйләйем һәм улар ҙа ҡыҙыҡһынып, ошо китаптарҙы алып уҡыр ине, – ти Дәүләкән районының Яңы Аҡҡолай ауылында тыуып үҫкән ханым.
Венера Раян ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, Черниковка биҫтәһендәге 61-се мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, ошо белем усағында туған телебеҙҙе уҡыта башлауға ҙур өлөш индерә. Оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләп, бай тәжрибә туплаған кеше булараҡ, бөгөн ул китапханасы эшен дә ҙур ҡәнәғәтлек менән башҡара.
– Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа мәғлүмәтте башлыса интернет селтәренән алыуға күнектек. Хатта китап уҡыу нисектер онотола барған шөғөл кеүек тә булып китте. Әле бына йәш быуындың аҙ ғына булһа ла китапҡа ынтылышы, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы артыуы күҙәтелә. Әлбиттә, һөйөнөслө күренеш. Быға әҙәби китаптарҙың шул тиклем матур биҙәлештә нәшер ителеүе лә булышлыҡ итәлер, тип уйлайым. Башланғыс класс уҡыусылары шундай сағыу биҙәкле китаптарға өҫтөнлөк бирә, өлкән кластыҡылар мәктәп программаһына ярашлы әҫәрҙәрҙе күпләп алып уҡый. Лицейҙа уҡыусыларҙың күбеһе башҡортса таҙа, матур һөйләшә, шуға күрә башҡортса китап уҡыусылар ҙа күп кенә, – ти китапханасы.
Венера Раян ҡыҙы тормош юлдашы Шәрәфетдин Миңнулла улы менән бер ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп үҫтергән. Хәләле лә, балалары Әлфиә менән Юлай ҙа нефть эшкәртеү тармағында эшләй. Сәйфуллиндарҙың ҡыуаныс-йыуанысы булып өс ейән – Данис, Рәмин, Арыҫлан үҫә. Әйткәндәй, Данис өләсәһе эшләгән башҡорт лицейының I класын тамамлай.
Тағы ла бер матур яңылыҡ белдек: Венера Раян ҡыҙы йыл һайын ауылда йәшәгән әсәһенә “Башҡортостан” гәзитен яҙҙырып бүләк итә. Бына шулай, туған әҙәбиәтебеҙҙе, милли матбуғатыбыҙҙы үҫтереүгә, таратыуға рухиәт һаҡсыһы булған китапханасылар ҙа тос өлөш индерә. Беҙ уларҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлап, уңыштар теләйбеҙ!
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.