Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Май 2022, 09:14

Ҙур тормошҡа юлдар асылһын!

Белем усаҡтарында сығарылыш имтихандары башланды.

Мәктәптәрҙең сығарылыш уҡыусылары яуаплы һәм һынылышлы осорға аяҡ баҫты: туғыҙынсы класты тамамлаусылар өсөн – Төп дәүләт имтиханы (ТДИ), ун беренселәргә Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) башланды. Тәүгеләре бөгөнгә ҡарата туған әҙәбиәт, сит телдәр, математика фәненән һынау биреп өлгөрҙө, ә тулы урта дөйөм белем алыусылар 26 майҙа география, әҙәбиәт һәм химиянан имтихан тапшырҙы. 30-31 майҙа ун беренселәрҙе рус теленән мотлаҡ тапшырылырға тейешле һынау көтә.  Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин менән быйылғы һынауҙарға әҙерлек барышы, уларҙың үҙенсәлеге, был өлкәгә ҡағылышлы яңылыҡтар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.

 

– Айбулат Вәкил улы, белеүе­беҙсә, быйыл Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу коронавирус пандемия­һына тиклем булған шарттарға кире әйләнеп ҡайтты...

– Эйе, тап шулай. Быйыл аттестат алыу өсөн бөтә XI класс уҡыусылары ла, юғары уҡыу йорттарына инеү-инмәүенә ҡарамаҫтан, рус теле һәм математиканан имтихан тапшыра.  21 марттан 18 апрелгә тиклем Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын алдан тапшырыу осоро ойошторолдо, йәмғеһе ун имтихан алыу пункты эшләне. Һуңғы ике йылда был эш туҡтатып торолғайны.

Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн төп ваҡыт – 26 майҙан 2 июлгә, өҫтәмә осор 5 – 20 сен­тябргә билдәләнгән. Төп осорҙа 156 имтихан ҡабул итеү пункты эшләй. Республика буйынса барлығы 17545 кеше һынау бирә. Быйыл профилле математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәрен һайлаусылар күп. Шулай уҡ элекке йылдарҙағыса информатика, биология, физика, химия һәм тарих фәндәренә ҡыҙыҡһыныу көслө.

IX класты тамамлаған уҡыусы­лар ҙа Төп дәүләт имтиханын ғәҙәти алымда тапшыра, йәғни улар аттестат алыу өсөн рус теле, математика һәм һайлау буйынса ике фәндән һынау тота. Быйыл 42411 уҡыусы Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһында ҡатнаша.

– Уҡыусыларҙы әлеге мөһим осорға әҙерләү нисек барҙы?

– Быйыл февраль һәм март айҙарында Башҡортостан мәғариф­ты үҫтереү институты һәм республика предмет комиссиялары ағзалары менән берлектә бөтә фәндәр буйынса Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарына әҙерлек буйынса онлайн-консультациялар үткәрҙек. Улар барышында сығары­лыш уҡыусылары, ата-әсәләр, уҡытыусылар комиссия рәйестәре менән аралашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һын­дырған һорауҙарҙы бирә алды. Был тәжрибә өсөнсө йыл рәттән дауам итә. Әйтергә кәрәк, республикабыҙ – илдә әлеге башланғысҡа тотонған тәүге төбәк. Һөҙөмтә бар: уҡыусыларҙың барлыҡ фәндәрҙән дә БДИ, ТДИ буйынса уртаса балдары ыңғай үҫеште күрһәтә.

Бынан тыш, 26 мартта “Бергә тапшырабыҙ. Ата-әсәләр өсөн БДИ тапшырыу көнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылып, республикала эшлекле уйын уҙғарҙыҡ. Уның барышында атай-әсәйҙәр математика буйынса база кимәлендәге имтихан биреп, үҙҙәрен балалары урынына ҡуйып ҡараны.

– Имтихандар барышын контролдә тотоу эше нисек ойошторола? Был тәңгәлдә яңылыҡтар бармы?

– 2022 йылдың төп яңылығы – IX класты тамамлаусылар тапшыр­ған Төп дәүләт имтиханының материалдары һаҡлаулы элемтә каналы аша ебәрелә, артабан аудитория­ларҙа уҡыусылар алдында алынып, баҫып сығарыла, имтихан тамам­ланғас, яуап бланктары һәм контроль-баһалау материалдары (КИМ-дар) сканер аша үткәрелеп, Төбәк мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү  үҙәгенә шулай уҡ һаҡлаулы элемтә каналы аша оҙатыла. Бөгөн был башланғыс Рәсәйҙең 12 төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла ҡулланыла. Әлеге алым алдан һынау үтте һәм барлыҡ ТДИ тапшырыу пункттарының уны ғәмәлгә ашырыу өсөн әҙер булыуы асыҡланды. Быға тиклем контроль-баһалау материалдары ябыҡ конвертта алып киленде, уларҙы республиканың бөтә ҡала һәм райондарына илтеү, таратыу байтаҡ мәшәҡәт һәм сығым талап итә ине. 

Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы сервистарын һәр төрлө мәғлүмәти хакер һөжүмдәренән аралау маҡсатында, беҙ имтихан тапшырыу пункттарында сит ил программалау тәьминәтен һәм программа-аппарат сараларының эшмәкәр­леген, шулай уҡ уларҙы интернет селтәре ярҙамында автоматик рәүештә яңыртыуҙы туҡтаттыҡ һәм КИМ-дарҙы ебәреү өсөн өҫтәмә канал әҙерләнек.

19 майҙа район һәм ҡала ха­кимиәт­тәренең яуаплы вәкилдәре ҡатнашлығында ведомство-ара кәңәшмә булды, сөнки имтихандар­ҙы уңышлы уҙғарыу күп тар­маҡтар­ҙың һәм ойошмаларҙың – “Роспотребнадзор”, “Роскомнадзор” идаралыҡ­тарының, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының, Эске эштәр министрлығының, “Башинформсвязь”, “Башкирэнерго” кеүек предприятие­ларҙың, урындағы хакимиәттәрҙең эшмәкәр­легенә лә бәйле.

– Айбулат Вәкил улы, әлегә коронавирус шарттарында йә­шәү­ҙе дауам итәбеҙ. Балалар­ҙың, имтихандарҙа ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың сәләмәт­леген тәьмин итеү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә?

– Эйе, санитар талаптарҙы үтәүгә, Берҙәм һәм Төп дәүләт имтихандарында ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленә. Әйткәндәй, быйыл битлек кейеү мотлаҡ талап һаналмай, шулай ҙа медицина күҙәтеүе тейешенсә ойошторола. Имтихандарҙа радиоэлектрон саралар ҡулланыуға, видеокүҙәтеү системаларының эшмәкәрлегенә, электр менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булдырмауға ҡарата талаптар ҙа ҡәтғи. Шуға күрә урындағы хакимиәт башлыҡтарына һынау биреү пункттарын өҫтәмә электр сығанаҡтары менән тәьмин итеү, уларҙың камил эшләүен тикшереү, штаттан тыш хәл килеп тыуған осраҡта тиҙ арала тоташыу мөмкинлектәрен ҡарарға ҡушылды.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған сығарылыш уҡыусы­лары, коронавирус эпидемияһы таралыу сәбәпле,  2020 йылда Төп дәүләт имтиханын тапшырманы, йәғни улар һынау шарттары менән таныш түгел. Улар өсөн беҙ байтаҡ күнекмә саралар ойошторҙоҡ. Быйылғы Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы кампанияһын ғәҙәти эш шарттарында, барлыҡ талаптарға яуап биреп, иң мөһиме – имен-аман үткәрербеҙ тип ышанам.

– Сығарылыш уҡыусыла­рына ни әйтерһегеҙ?

– Имтихан тапшырған егеттәргә һәм ҡыҙҙарға иң изге теләктәремде еткерәм. Һеҙ әле ниндәйҙер кимәлдә тормошоғоҙҙоң матур бер мәленә йомғаҡ яһап, яңыһына аяҡ баҫаһығыҙ. Бер нимәгә ҡарамай, ҡуйған маҡсаттарығыҙға ынтылып йәшәргә тырышығыҙ. Барығыҙға ла уңыштар, яҡшы баһалар, үҙегеҙ өмөт иткән һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙҙе теләйем. Алған баһаларығыҙ ҙур тормошҡа яңы юлдар асһын! Иң мөһиме – республикабыҙ, илебеҙ өсөн лайыҡлы алмаш, ысын кеше булығыҙ!

 

Әңгәмәне Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА ойошторҙо.

Читайте нас в