Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
27 Май 2022, 19:00

ЮНЕСКО мәктәптәре вәкилдәре съезға йыйылды

Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған 39 мәктәбе, 19 клубы эшләй.

ЮНЕСКО мәктәптәре вәкилдәре съезға йыйылды
ЮНЕСКО мәктәптәре вәкилдәре съезға йыйылды

Бөгөн Өфөлә ЮНЕСКО мәктәптәренең II съезы үтте. Ул быйыл “ЮНЕСКО-ның Башҡортостан Республикаһындағы ассоциацияланған мәктәптәренең проект эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу” тигән темаға ойошторолдо.

Сараны ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиалы) ойошторҙо. Шулай уҡ сараны уҙғарыуға Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы ла булышлыҡ күрһәтә.

- Бөгөн беҙ ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәренең II съезын үткәрәбеҙ һәм уның барышында уҙған уҡыу йылына йомғаҡ яһайбыҙ, киләсәккә пландар билдәләйбеҙ. Йыл бик яҡшы үтте, ЮНЕСКО-ның республикабыҙҙағы 39 ассоциацияланған мәктәбе лә емешле, һөҙөмтәле эшләне, республика, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Шулай уҡ үҙҙәре лә ҡыҙыҡлы саралар – экскурсиялар, фестивалдәр, конкурстар үткәрҙе, уларға илдең башҡа төбәктәре уҡыусыларын да йәлеп итте. Беҙҙең өсөн балаларыбыҙҙың Башҡортостанды яратыуы, уның тәбиғәтен, мәҙәни байлыҡтарын өйрәнеүе, рухи ҡиммәттәрҙе һәм традицияларҙы хөрмәт итеүе, уларҙы бөтә илгә, донъяға танытыуы мөһим, - тип билдәләне Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетының башҡарма директоры Элина Ғатауллина.

Съезда ҡатнашыусыларҙы видеобәйләнеш аша Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе сәләмләне. Республика етәкселегенең тәбрикләү һүҙен Башҡортостан Башлығының ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары Илшат Ханов еткерҙе. Сығыш яһаусыларҙың икеһе лә ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәренең эшмәкәрлеген юғары баһаланы, уларҙың ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуын, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуын билдәләне.

Артабан сарала ҡатнашыусылар съездың тематикаһына ярашлы сығыштар тыңланы, эшмәкәрлек йүнәлештәре, яңы проекттар тураһында фекер алышты. Әйткәндәй, Башҡортостанда ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған 39 мәктәбе, 19 клубы эшләй, ә, дөйөм алғанда, был эшмәкәрлек донъяның 180 илендә алып барыла.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: