Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Май 2022, 22:30

Һанаулы көндәр ҡалды

"Балалар Башҡортостанда ғына түгел, Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре ярында, Ҡырымда, “Артек”та, “Смена”ла, “Орленок”та ла ял итәсәк”.

Һанаулы көндәр ҡалды
Һанаулы көндәр ҡалды

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 2022 йылғы балалар йәйге һауыҡтырыу кампанияһы тураһында яҙҙы.

Уның һүҙҙәренсә, быйыл йәй кәмендә 400 мең бала лагерға юлламаға эйә була һәм ял итергә бара ала. “Лагерҙарҙағы йәйге ялдың башланыуына бер нисә генә көн ҡалды. Ҡала ситендәге барлыҡ ойошмалар тиерлек балаларҙың хәүефһеҙ ялы тураһындағы паспортты алды. Быйыл 400 мең тирәһе баланы ҡабул итәсәкбеҙ. Улар Башҡортостанда ғына түгел, Ҡара һәм Азов диңгеҙҙәре ярында, Ҡырымда, “Артек”та, “Смена”ла, “Орленок”та ла ял итәсәк”, - тип яҙҙы Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Һүҙ шулай уҡ ата-әсәләргә юллама хаҡының компенсацияһы тураһында ла бара. “Балалар кэшбэгы” ярҙамында процент аҡсаһын кире ҡайтарырға мөмкин. Бының өсөн юлламаны https://мирпутешествий.рф/ порталында һатып алырға кәрәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса барлыҡ йәштәгеләр өсөн “Үҙ илемде беләм һәм яратам” тигән ҡырҡ мәҙәни-танышыу маршруты барлыҡҡа килгән. Беҙҙә бөтәһе 1500-ҙән ашыу һауыҡтырыу лагеры эшләй. "#TERRАДЕТСТВО" проектын тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Шул уҡ ваҡытта онлайн-сменалар тәрбиә эшенең бер формаһы кеүек эшләйәсәк. Эштең был төрө 2020 йылдан тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан Хөкүмәтендәге быйылғы йәйге ял тураһындағы кәңәшмәне Андрей Назаров алып барҙы. “1 июндә йәйге кампания башлана. Былтыр балаларҙың 80 проценты тиерлек йәлеп ителде. 1,4 меңдән ашыу лагерь эшләне. Муниципалитеттар тарафынан 20 меңдән күберәк бала өсөн 953 онлайн-смена ойошторолдо”, - тине ул сарала.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в