Бөтә яңылыҡтар

“АРТ-Ҡоролтай. Балалар” форумы уҙасаҡ

Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Өфөлә ҙур сара ойошторола.

“АРТ-Ҡоролтай. Балалар” форумы уҙасаҡ
“АРТ-Ҡоролтай. Балалар” форумы уҙасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 1 июндә “Торатау” конгресс-холында “АРТ-Ҡоролтай. Балалар” форумы уҙғарыла. Был проект Башҡортостанда АРТ-Ҡоролтай форум хәрәкәтенең ҙур өлөшө булып тора һәм һәләтле балаларҙы үҫтереүгә, уларҙың талантын тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәрҙе киңәйтеүгә йүнәлтелгән. Киләсәктә һөнәр һайлағанда ла бының әһәмиәте ҙур.

Өфөлә балаларҙың беренсе “АРТ-Ҡоролтай”ы 2021 йылда уҙғарылды. Ул “Йолаларҙы һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ” тигән девиз менән ошондай уҡ исем аҫтындағы өлкәндәрҙең форумынан һуң үтте. Балалар форумында ҡатнашыусы ҡыҙ һәм малайҙарҙың йәше - өс айҙан алып 16 йәшкә тиклем, улар мәҙәниәт, архитектура, фән, киң мәғлүмәт өлкәһендә үҙҙәренең проекттарын күрһәтте, ҡаҙаныштары тураһында һөйләне.

“АРТ-Ҡоролтай. Балалар-2022” форумы программаһында беренсе тапҡыр “Башҡортостан – Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш” ижади проекттарҙың асыҡ конкурсын уҙғарыу планлаштырыла, шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, интерактив тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар, конкурс еңеүселәрен ҡотлау, ҙур байрам концерты билдәләнгән. Форум сиктәрендә  креатив индустриялар мәктәбе, мәҙәниәт өлкәһенең урта махсус һөнәри белем биреү һәм юғары һөнәрселек учреждениеларынең презентацияһы  уҙғарыласаҡ.

Форумдың эшлекле программаһында “Заманса шарттарҙа матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау”, “Мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеген булдырыу” секциялары эшләйәсәк, шулай уҡ “Тамырым башҡорт” балалар-үҫмерҙәр форумында ҡатнашыусылар һәм Башҡортостандың ЮНЕСКО ассоциацияланған мәктәптәренең балалар советтары рәйестәре өсөн майҙансыҡ ойоштороласаҡ.

Фото: resbash.ru

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в