27 майҙа ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәренең II съезы булды. Ул ошондай мәктәптәрҙең проект эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуға арналды.
Съезды Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре комитеты, Башҡортостандың социаль технологиялар институты, Рәсәйҙәге ЮНЕВОК үҙәге ойошторҙо.
“Башҡортостандың ассоциацияланған мәктәптәре һәр саҡ әүҙемлеге, ижади ҡарашы, аралашыуға һәм хеҙмәттәшлеккә ынтылышы менән айырылып торҙо”, – тине Рәсәй ЮНЕСКО эштәре комиссияһының яуаплы секретары, сит ил эштәре министры кәңәшсеһе Григорий Орджоникидзе, сарала сығыш яһап.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларға сәләмләү телмәре ебәрҙе. “Балаларыбыҙҙың йәмғиәттең лайыҡлы ағзалары булып үҫеүен, белемле булыуын, республикалағы бай мәҙәни-тарихи, тәбиғи мираҫты һаҡларға һәм киләсәк быуындарға тапшырырға һәләтле булып үҫеүен теләйбеҙ”, – тиелә унда.
Башҡортостандың ЮНЕСКО эштәре комитетының башҡарма директоры, съездың модераторы Элина Ғатауллина киләһе уҡыу йылына пландар менән уртаҡлашты. Уҡыусыларҙы төп спикерҙарҙан лекциялар, һөнәри йүнәлеш биргән саралар, экскурсиялар, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конференциялары көтә. Йәйге каникулда иһә улар “Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә һәм музей комплексына барасаҡ.
Съезд барышында ЮНЕСКО-ның Башҡортостандағы ассоциацияланған мәктәптәре эшенә йомғаҡ яһалды, киләһе уҡыу йылына план билдәләнде, шулай уҡ ЮНЕСКО-ның республикалағы ассоциацияланған мәктәптәренең Балалар палатаһы проекты тәҡдим ителде.