Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Май 2022, 18:30

Еңеүселәр Көньяҡ Кореяла сығыш яһаясаҡ

1 июндә Өфөлә йәштәрҙең Стандарттар олимпиадаһының финал туры үтә. Был ярыштың төп асылы нимәлә?

Еңеүселәр Көньяҡ Кореяла сығыш яһаясаҡ
Еңеүселәр Көньяҡ Кореяла сығыш яһаясаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 1 июндә Өфөлә йәштәрҙең Стандарттар олимпиадаһының финал туры үтәсәк. Башҡортостандың баш ҡалаһында 2022 йылдың авгусында Көньяҡ Кореяла үтәсәк Халыҡ-ара олимпиадала илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ йыйылма команда ойошторола.

"Йәштәрҙең Стандарттар олимпиадаһы тәбиғи-фәнни йүнәлештәге фәндәр буйынса белемде генә түгел, ә сит телдәрҙе камил белеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. - Һәр олимпиада уҡыусыларҙың ижади һәләтен, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Стандартлаштырыу буйынса халыҡ-ара олимпиада, уҡыусыларға уникаль стандартлаштырыу донъяһын тикшереү мөмкинлеге биреп, ижади һәләттәрен, ғилми белемде берләштерәсәк".

Бер ай дауамында жюри ағзалары “Стандарттар ни өсөн кәрәк?” темаһына 13-18 йәш төркөмөндәге мәктәп уҡыусылары тарафынан башҡарылған анкеталар һәм эсселарҙы баһаланы. Конкурсҡа 230-ҙан ашыу ғариза килгән. Һайлап алыу турына - 75, финалға 35 уҡыусы үтте. Иң күп финалсылар Томск, Һарытау, Түбәнге Новгород өлкәләренән, Ямал-Ненец автономиялы округынан һәм Башҡортостан Республикаһынан. Финал һынауы 1 июндә Өфө ҡалаһында үтә.

"Сифат идеологияһы етештереүселәргә лә, ҡулланыусыларға ла аңлайышлы булырға тейеш. Уны мәктәп эскәмйәһенән үк формалаштыра башлау мөһим, - тине Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев. - 2022 йыл Башҡортостан Башлығы тарафынан Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы тип иғлан ителде. Шуға күрә Өфөлә йәштәрҙең Стандарттар олимпиадаһын үткәреү эшсе һөнәрҙәрҙе үҫтереүҙең мөһимлеген һәм әһәмиәтен тағы бер тапҡыр билдәләй. Был - Башҡортостан тураһында заманса мәғариф һәм хеҙмәт баҙарын комплекслы үҫтергән һөнәри йүнәлешле төбәк булараҡ белдереү өсөн шәп мөмкинлек".

Әйткәндәй, Александр Шельдяев конкурс жюриһы составына инде.

Башҡортостандан Өфө мәктәптәре, лицейҙары һәм гимназияларынан биш уҡыусы сығыш яһай. Финал һынауы 1 июндә Өфө дәүләт авиация техник университетында үтә.

Финал һынау йомғаҡтары буйынса комиссия август аҙағында үтәсәк Халыҡ-ара уҡыусылар олимпиадаһында илебеҙ исеменән сығыш яһаясаҡ еңеүселәрҙе билдәләйәсәк. Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы тәүге тапҡыр мәктәп уҡыусылары командаһын быйыл августа Көньяҡ Кореяла үтәсәк йәштәрҙең Стандарттар олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн ебәрәсәк. Стандарт буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Антон Шалаев менән Кореяның технологиялар һәм стандарттар буйынса агентлығы етәксеһе Санг-хун Ли араһында тейешле килешеүҙәргә өлгәшелде.

Өфөлә үтәсәк йәштәрҙең Стандарттар олимпиадаһының финал туры саралары:

- 31 майҙа 17.30 сәғәттә (Өфө дәүләт авиация техник университеты, Карл Маркс урамы, 12) олимпиада финалсылары өсөн асыҡ дәрес үтә. Уны Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Антон Шалаев үткәрә.

- 1 июндә иртәнге сәғәт 10-да Стандарттар олимпиадаһын асыу тантанаһы (ӨДАТУ, Карл Маркс урамы, 12).

- 1 июндә 16.00 сәғәттә олимпиада финалсыларын һәм еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы (ӨДАТУ, Карл Маркс урамы, 12).

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Фото: oren.aif.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: