Башҡортостан Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге ултырышта Янғантау һәм Ҡабаҡ ауылдарындағы балалар баҡсаһы, шулай уҡ Иҫке Сибай, Булгаков ауылдарындағы мәктәптәрҙең төҙөлөшө тураһында фекер алыштылар.
Төҙөлөш эштәре барышы менән Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һәм Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Инна Иҡсанова таныштырҙы.
Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтеү өсөн "Башеврокуб" модуль ҡоролмалар заводы йәлеп ителгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров үҙенең Баймаҡ районындағы эш сәфәрендә төҙөлөштө тиҙ арала тамамларға ҡушты, 1 сентябрь балалар ошо мәктәпкә уҡырға барырға тейеш, тигәйне. Планға ярашлы, белем усағы 375 урынға иҫәпләнгән.
Шулай уҡ Өфө районы Булгаков ауылындағы 825 урынлыҡ мәктәпте төҙөгән генподрядсы ойошмаға ярҙам булдырылған. Бөгөнгө иҡтисад шарттарын иҫәпкә алып, ойошмаға төҙөлөш-монтажлау, ҡоролмаларҙы урынлаштырыу эштәренә өҫтәмә аҡса бүленгән.
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ һәм Салауат районының Янғантау ауылындағы балалар баҡсаларында төҙөлөш эштәре тамамланыу өҫтөндә. Һөйләшеү һуңында Андрей Назаров яуаплы етәкселәргә дүрт урында ла төҙөлөш эштәрен етди контролгә алырға, тиҙләтергә ҡушты. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар тура эфир барышында төҙөлөш эштәре менән танышты, ойошмалар етәкселәренә һорауҙар бирә алды.
Текст һәм фото сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.