Бөтә яңылыҡтар

Педагогтарҙы сираттағы ярҙам көтә

Ун грант булдырылды.

Педагогтарҙы сираттағы ярҙам көтә
Педагогтарҙы сираттағы ярҙам көтә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Төбәк етәксеһе Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашырған дәүләт белем биреү ойошмалары уҡытыусыларына, производствола уҡытыу мастерҙарына ун грант булдырҙы. Берәүһенең күләме - 690 мең һум. Документ менән шулай уҡ Гранттар тапшырыу буйынса республика комиссияһы составы раҫланды.

Төбәк Хөкүмәте 15 авгусҡа тиклем тейешле положениены раҫларға һәм гранттар түләүгә бюджет ассигнованиеларын күҙалларға, ә Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы йыл һайын грант ярҙамын алыуға конкурс уҙғарыуҙы тәьмин итергә тейеш.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в