Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Май 2022, 13:00

Төп маҡсат – тәрбиә эшенә булышлыҡ итеү

Өфө машиналар эшләү колледжы уҡытыусылары Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә квалификация камиллаштырыу курсына ярашлы уҡыуҙа ҡатнашҡан.

Төп маҡсат – тәрбиә эшенә булышлыҡ итеү
Төп маҡсат – тәрбиә эшенә булышлыҡ итеү

БР Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө машиналар эшләү колледжы уҡытыусылары Анапа ҡалаһында “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәгендә “Белем биреү учреждениеларында тәрбиәүи эште ойоштороу” темаһы буйынса квалификация камиллаштырыу курсына ярашлы уҡыу үткән. Быға колледждың “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнашыуы арҡаһында өлгәшелгән.  

- Беҙҙең республика өсөн урта һөнәри белем биреү ойошмаларының федераль программаларҙа ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә, айырыуса Башҡортостанда Һөнәри белем биреүҙе модернизациялау йылы иғлан ителгән ваҡытта, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. - Алда был йүнәлештә байтаҡ эштәр башҡарыу бурысы тора. Алған белемде ғәмәлдә ҡулланыу ҙа мөһим. Йәш быуын кәрәкле һөнәрҙәргә эйә булһын, мөмкинлектәрҙе тулы файҙаланһын өсөн был йүнәлеште рентабеллерәк кимәлгә сығарыу беҙҙең маҡсат булып тора.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: ағымдағы йылдың май башында башланған уҡыуҙар өс ағымға иҫәпләнгән һәм август айына тиклем дауам итәсәк. Хеҙмәткәрҙәрҙе күберәк йәлеп итеү өсөн курстарҙы дистанцияла ла үтергә мөмкин.

Беренсе ағымда Өфө машиналар эшләү колледжынан йәмғеһе 11 хеҙмәткәр белемен камиллаштырған. Улар тәрбиә өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәрен, тәрбиә эшендә ҡулланылған нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе, урта һөнәри белем биреү учреждениеларында тәрбиәүи эште проектлауҙы өйрәнгән. Низағлы ситуацияларҙы хәл итеү һәм ғаилә менән үҙ-ара эш итеүҙе ойоштороу эшенә, шулай уҡ интерактив формалар менән эшләүгә һәм тәрбиәүи эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәре аша soft skills формалаштырыу алымдарын тикшереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленгән.

Дәрестәрҙе Рәсәй дәүләт һөнәри-педагогия университетының (Екатеринбург ҡалаһы), Рәсәй мәғариф академияһының Балалыҡты, ғаиләне һәм тәрбиәне өйрәнеү институтының (Мәскәү ҡалаһы), Көньяҡ федераль университетының (Дондағы Ростов - Таганрог) иң яҡшы педагогтары алып бара.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, программаның маҡсаты – урта һөнәри белем биреү системаһы педагогтарына тәрбиә эшендә һөнәри компетенцияларын камиллаштырырға ярҙам итеү. Курста ҡатнашыусылар урта һөнәри белем биреү ойошмаларында тәрбиәүи эште ойоштороу һәм проектлау йүнәлешендә уҡый. Программа 88 уҡыу сәғәтенә иҫәпләнгән һәм ғәмәлдә класс сәғәттәрен, сараларҙы әҙерләүгә ҡоролған. Уҡып сыҡҡан бөтә тыңлаусылар квалификация күтәреү тураһында таныҡлыҡ ала.

Белешмә өсөн:

Рәсәй Мәғариф министрлығының “Профессионалитет” федераль проекты 2030 йылға тиклем илдең социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик башланғыстары иҫәбенә индерелгән. Уның маҡсаты – урта һөнәри белем биреү системаһында иҡтисадтың аныҡ секторының көнүҙәк талаптарына ярашлы квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең һығылмалы моделен булдырыу. 2022 йылда “Смена” Бөтә Рәсәй балалар үҙәге “Профессионалитет” федераль проектына инде. Ошоға ярашлы был үҙәк “Белем биреү һәм урта һөнәри белем биреү ойошмаларында тәрбиәүи эште ойоштороу” квалификацияны камиллаштырыу курстарын әҙерләй һәм үткәрә, уларҙа илдең 70 урта һөнәри белем биреү ойошмаһынан 3400 куратор ҡатнаша.

Был йүнәлештә алып барылған эштәр ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) ҡуйған мөһим бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итә.

Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru

 

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: