Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Май 2022, 22:00

Журналистар әҙерләүгә - бюджет урындары

БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина мөһим яңылыҡ еткерҙе.

Журналистар әҙерләүгә - бюджет урындары
Журналистар әҙерләүгә - бюджет урындары

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина шәхси сәхифәһендә яҡшы яңылыҡ менән бүлешкән.

“Ҡәҙерле дуҫтар, быйыл Башҡорт дәүләт университетында "Журналистика" йүнәлеше буйынса бюджет урындары бүленде. Ике бюджет төркөмө йыйыласаҡ, уларҙың берәүһе башҡорт телен белгән журналистарҙы әҙерләүгә йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ яңы профиль астыҡ: көнсығыш телдәрен белгән журналистарҙы айырым әҙерләйәсәкбеҙ”, - тип яҙа Гөлфирә Риф ҡыҙы.

Ысынлап та, был күптән көтөлгән, көнүҙәк яңылыҡ. Был ҡарар бер нисә йылдан милли матбуғат өлкәһендәге кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә үҙ өлөшөн индерер тип өмөтләнергә ҡала.

Фото: Гөлфирә Абдуллинаның шәхси сәхифәһе.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: