

12 майҙан 26-һына тиклем республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында йәштәр өсөн белем биреү-мәғрифәт лекциялары уҙғарылды.
Лекцияларҙы республика спикерҙары – юғары уҡыу йорттары һәм Башҡортостан Фәндәр академияһы ғалимдары ҡатнашлығында муниципалитеттарҙың йәштәр эштәре буйынса комитеттары, мәғариф бүлектәре ойошторҙо. Улар балаларға республиканың, дөйөм алғанда, Рәсәйҙең иҡтисад, фән һәм техника, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары, ил ғорурланған исемдәр, халыҡтарҙың рухи берләшеү көсө хаҡында һөйләне.
Нефтекамала, Сибайҙа, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта юғары уҡыу йорттары, республика Фәндәр академияһы ғалимдарының һәм йәштәрҙең илһөйәрлек ҡиммәттәрен, “Белем” йәмғиәте эгидаһы аҫтында әүҙем гражданлыҡ позицияһын булдырыуға йүнәлтелгән лекциялары үтте.
Йәштәр менән Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының иҡтисади, фәнни-мәҙәни ҡаҙаныштары, шулай уҡ берҙәмлек көсө тураһында аралаштылар. Сараның спикерҙары – Социомәҙәни анализ үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ҡарамағындағы Эксперт советы ағзаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, Социомәҙәни анализ үҙәгенең әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, философия фәндәре кандидаты Азат Бирҙин, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов, Өфө ҡалаһының тарих музейы директоры, тарих фәндәре кандидаты Тимур Ильясов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, марафонға 22 апрелдә Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте старт бирҙе. Лекцияларҙа бөтәһе 12 690 кеше ҡатнашты.
Фото: “Мбу-Кдм Го-Нефтекамск” төркөмө.