Бөгөн Баймаҡ районының Бәхтигәрәй ауылы янында уҡыу-ялан йыйындары башланды.
Уны асыу тантанаһында Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссары Хөрмәт Хәмитов, Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гөлшат Байдәүләтова сығыш яһаны. Улар баймаҡтарҙың хәрби хеҙмәттә бер ҡасан да һыр бирмәүен билдәләне, үҫмерҙәрҙе яҡташтарынан үрнәк алырға саҡырҙы.
Быйыл район һәм ҡала мәктәптәренең 10-сы кластарынан һәм уҡыу йорттарынан 160-тан ашыу үҫмер йыйында ҡатнаша. Улар армия тормошоноң төрлө һынауҙарын үтәсәк.
Сығанаҡ: Азамат Мөхәмәтшин.