Элек хеҙмәт дәресе тип аталып, һуңғы йылдарҙа исеме үҙгәртелгән технология мәктәп программаһында һаман да тар ғына урын биләй. Заманға ярашлы маҡсаттары киңәйтелһә лә, кабинеттар төрлө яңы ҡорамалдар менән байытылһа ла, теоретик белем биреү өсөн әсбаптар сығып торһа ла, педагогтар әҙерләүгә иғтибар көсәйтелһә лә, был дәрестең тейешле кимәлдә баһаланып етмәүе ниндәй сәбәптәргә бәйле? Технология баланы үҫтереүҙә ниндәй әһәмиәткә эйә? Уҡытыусы быны үҙ хеҙмәте аша нисек иҫбатлай ала? Эшкә, һөнәргә өйрәнеү белем алыуға ниндәй йоғонто яһай? Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында ҡыҙҙар өсөн технология дәрестәрен алып барған Гөлсөм Шафиҡованың хеҙмәт тәжрибәһе өлгөләре, фекерҙәре ошо һәм башҡа һорауҙарға асыҡлыҡ индереүгә булышлыҡ итер, был йүнәлештә эшләгән педагогтарға ярҙам булыр тигән ышаныстабыҙ.
Технология – ул тормош һабағы
Күп йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһенә эйә Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы тәү сиратта шуны билдәләй: тормошта һәр эш-ғәмәл, шул иҫәптән уҡытыу процесы – технология. Фәнни телдә аңлатылыуынса, “теләгән һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн теориянан практикаға тиклем эҙмә-эҙлекле ҡулланылған бар алымдар, ысулдар тупланмаһы”.
– Хеҙмәт дәресендә элек-электән шулай булды: нимәнелер башлайһың да – ҡыҙҙар ҡулъяулыҡ сикһенме, алъяпҡыс текһенме, малайҙар ултырғыс эшләһенме, ниҙелер һырлап яһаһынмы – барыһын да үҙ көсөңә, зиһенеңә, тырышлығыңа нигеҙләнеп аҙағына тиклем еткерәһең. Башҡа предметтарҙан да, әлбиттә, шулай, әммә уларҙың һуңғы һөҙөмтәһе бер үк. Мәҫәлән, математиканан мәсьәләнең яуабы һәр кем өсөн берҙәй. Технологияла иһә тап аҙаҡҡы һөҙөмтә уҡыусы хаҡында күп нәмә хаҡында һөйләй, – ти Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы. – Башҡа ҡайһы бер предметтарҙан балалар бер-береһенән йәһәт кенә күсереп тә алһа, хеҙмәт дәресендә ундай мөмкинлек юҡ – бар эштәрең уҡытыусының күҙ алдында, асыҡтан-асыҡ башҡарыла. Бына ошо төп үҙенсәлектән сығып әйткәндә, технология баланың һәләтен, ынтылышын, үҫешен асыҡтан-асыҡ күрһәтә. Уҡыусы, үҙенән башҡа берәүгә лә һылтана алмағанын белгәс, өйрәнергә, хатта бүтәндәрҙән яҡшыраҡ, матурыраҡ эшләргә тырыша. Күренеүенсә, ысын тәрбиә алымы – тормош һабағы ул технология дәресе.
Билдәле булыуынса, унда барыһы ла этап буйынса бара – еңелдән башлайбыҙ ҙа яйлап ҡатмарландырабыҙ. Мәҫәлән, ҡыҙҙар менән ябай ғына алъяпҡыс теккәс, сумкаға тотонабыҙ, унан – итәк, артабан – күлдәк... Бәйләү, сигеү эшендә лә шулай уҡ. Был процесс, әлбиттә, баланы маҡсатҡа эҙмә-эҙлекле барырға, үҙ өҫтөңдә өҙлөкһөҙ эшләргә өйрәтә. Айырыуса бөгөнгө заманда мөһим ошондай һабаҡ. Юғиһә хәҙерге йәш быуын телефонда бер-ике төймәгә генә баҫып һөҙөмтә алыуға күнегә лә, артабан ҙур тормошта юғалып ҡалыуы ихтимал. Ә ҡул эштәре тиҙ генә килеп сыҡмай, уйланаһың, етешһеҙлектәреңде күрәһең, хаталарыңды төҙәтергә өйрәнәһең. Тырышһаң ғына башлағаныңды аҙағына тиклем еткерергә мөмкин икәнен аңлай балалар.
Бына ошондай тәрбиә биреү форсатын дәрестә киң файҙаланырға тырышабыҙ. Аҙнаһына бер генә булыуы, әлбиттә, ҡыйыныраҡ, әммә шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡты ла арттыра. Белеүебеҙсә, ҡайһы бер урындарҙа технологияны балалар “ял дәресе” тип ҡабул итеүсән, етди ҡарамайҙар. Бындай ҡараш, әлбиттә, тәү сиратта мәктәп етәкселегенең, уҡытыусының хеҙмәткә мөнәсәбәтенә бәйлелер. Ә беҙҙең милли гимназияла технология дәресенә, ғөмүмән, балаларҙы һөнәргә, эшкә, яуаплылыҡҡа өйрәтеүгә иғтибар һәр саҡ юғары.
Хеҙмәт дәресенең мөһимлеген нисек иҫбатларға?
Технологияның әһәмиәтен, башҡа предметтар кеүек үк мөһим икәнлеген уҡыусыларға, хатта ҡайһы бер педагогтарға ла нисек ғәмәлдә иҫбатларға һуң? Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы, һәр дәрескә ныҡлы әҙерләнеү, яуаплы ҡарау, балаларға ҡарата талапсан булыуы менән бер рәттән, теләгәндәрҙе олимпиадаларҙа ҡатнаштырыуға ла ҙур иғтибар бүлә. Уның уҡыусылары йыл да ошондай ижади эшмәкәрлеккә йәлеп ителә.
– Балаларҙы олимпиадаларҙа ҡатнаштырыу, ысынлап та, бик кәрәк. Был һынау уларҙы бар яҡлап үҫтерә, – ти педагог. – Олимпиада бер нисә өлөштән тора: тест эше, моделләштереү, ижади проектты яҡлау һәм практика. Ошо күләмле, оҙайлы ижади хеҙмәт дауамында бала тормоштоң төрлө яҡтарын күреп, белеп, өйрәнеп, ҡатнашып йөрөп шымара. Теориялағы һорауҙарына килгәндә, унда бөтөн фәндәр ҙә тиерлек инә. Мәҫәлән, әҙәбиәт, тарих, биология, физика, химия һәм башҡалар. Полиолимпиада һымаҡ. Һорауҙар ниндәйҙер фәнгә бәйле һәм барыһы ла тормоштан алына. Мәҫәлән, “аш ҡайнаһа, картуф өҫкә ҡалҡып сыға – быны физиканың ниндәй законына таянып аңлата алаһығыҙ?” һымаҡ мәсьәләләр ҡуйыла.
Әйткәндәй, технология буйынса олимпиада һорауҙарында бөйөк әҙип Н.В. Гоголгә бәйлеләре байтаҡ. Белеүегеҙсә, ул кулинар булған бит инде, һәр әҫәрендә тиерлек ошо шөғөлөнә ҡағылышлы өлөштәр бар. Шуларҙан өҙөк килтереп, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирелә.
Олимпиаданың практик өлөшөнә килгәндә иһә, билдәле, ҡул эшенең нисек башҡарылғанын ғәмәлдә күрһәтергә тейешһең. Барыһы ла ап-асыҡ, бер ниҙе лә йәшерә йә башҡа берәүҙән “күсерә” алмайһың. Сер түгел, ҡайһы бер олимпиадалар тураһында “ғәҙел үтмәне”, “кемдер ярҙам иткән” кеүек һүҙҙәр ишетелгән осраҡтар була. Ә беҙҙең технология нәҡ спорт һымаҡ – барыһы ла күҙ алдында.
Бындағы үҙ проектыңды яҡлау өлөшө лә уҡыусы өсөн бик әһәмиәтле. Алдан әҙерләп алып килгән эшеңде комиссия алдында күрһәтеп, нисек башҡарылғанын аңлатырға, кәрәкле икәнен иҫбатларға тейешһең. Тимәк, фекереңде туплап, уны дөрөҫ еткерергә, башҡалар төшөнөрлөк итеп эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәнәһең. Уҡыусының үҫеше өсөн үтә мөһим бындай педагогик алым. Шул уҡ ваҡытта һынау тотҡан бала мәктәптән ситкә сығып, киңерәк майҙанды күрә, ошо шөғөлдө үҙ иткән бүтән тиҫтерҙәре менән аралашыу мөмкинлеген ала, сағыштыра, анализлай, ғөмүмән, бөтөн яҡлап тәжрибә туплай. Барыһы ла уның өсөн файҙаға ғына.
Ошо рәүешле – ҡыҙҙарҙы технология буйынса олимпиадаларҙа ҡатнаштырып – үҙем үткәргән дәрестең балаларға ни тиклем кәрәк икәнен раҫлауҙы төп маҡсаттарымдың береһе итеп алғанмын. Гимназия етәкселеге лә һәр ваҡыт был эште хуплап, ярҙам итеп, дәртләндереп тора. Әлбиттә, ата-әсәләр ҙә – ҙур терәк-таянысыбыҙ. Баланы олимпиадала ҡатнаштырыу ниәтенән иң тәүҙә улар менән кәңәшләшәбеҙ. Артабан да даими бәйләнештә торабыҙ. Әгәр балаға ата-әсәһе этәргес биреп тормаһа, өҫтәмә дәрестәргә ҡалғанында “мәктәптән ҡайта белмәйһең, өйҙә ярҙам итмәйһең” кеүек дәғүәләр менән ҡаршы алһа, яҡшы һөҙөмтә көтөп булмаясаҡ. Ғаиләлә дәртләндереп торалармы, хуплайҙармы, булышлыҡ күрһәтәләрме, әллә киреһенсәме – уҡыусының кәйефенән барыһы ла һиҙелә. Шуға ла ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә тороп, уртаҡ маҡсатта эшләйбеҙ. Һәр олимпиадалағы кеүек үк, һәммәбеҙҙән дә тырышлыҡ, түҙемлек, ваҡыт талап ителә.
Технология буйынса ижади проекттар эшләгән уҡыусыларымдың барыһы ла артабан ошо юлдан китте, тип әйтә алмайым – төрлө һөнәр һайлайҙар. Әммә, нисек кенә булмаһын, мәктәптә өйрәнгәндәре тормошта һәр саҡ кәрәк. Шул уҡ ваҡытта нәҡ технолог һөнәрен һайлағандар ҙа байтаҡ. Юғары уҡыу йорттарында яҡшы белем алыуҙары менән һөйөндөрөп тора улар. Мәҫәлән, бер уҡыусым Рәсәй кимәлендәге олимпиадала һуңғы этапҡа тиклем барып еткәйне, һөҙөмтәлә аҙаҡ университеттың беренсе курсында илле мең һум стипендия алып уҡыны. Мәктәптә гел проекттар менән шөғөлләнеп өйрәнгәс, юғары уҡыу йортонда ла ошо юлды дауам итте. Еңеүҙәр яулап, тырышлығы арҡаһында артабанғы курстарҙа ла юғары стипендия алды. Ошонан ғына ла балаларҙы бәләкәйҙән проект эштәренә йәлеп итеү мөһимлеге күренә – даими үҫеш тә, аҡса эшләргә өйрәнеү нигеҙе лә ул.
“Ул бит уйнап йөрөмәй, ә эшләй!”
Эйе, һөнәргә өйрәнеүең генә түгел, уны ғәмәлдә файҙаланып, мәнфәғәтен күрә белеүең мөһим. Һуңғы йылдарҙағы “уҡыусыны эшләтергә ярамай” тигән ҡанун мәғариф учреждениеларында хеҙмәт тәрбиәһенә ниндәйҙер кимәлдә кәртә булып торһа ла, халҡыбыҙҙа барыбер йәш быуынға белем менән бергә һөнәр ҙә биреү маҡсаты өҫтөнлөктә ҡала.
– Хеҙмәттең оло тәрбиә икәнен инҡар итә алмайбыҙ. Быны халҡыбыҙ борон-борондан ныҡлы белгән, тимәк, ошондай ынтылыш ҡаныбыҙға һалынған, – ти Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы. – Балаларҙы эштән тыйып үҫтереүҙе мин уның яҡты киләсәгенә юлды ҡаплап, “һаҙлыҡҡа” этергә тырышыу тип ҡабул итәм. Технология уҡытыусыһы ғына түгел, байтаҡ йылдар класс етәксеһе лә булғас, бик күпте күрергә тура килә. Дәрестә, мәҫәлән, ҡыҙҙарҙың ҡайһы берҙәре ҡул эше менән шөғөлләнгәндән һуң барыһын да һелтәй ҙә китә, арттарынан матур итеп рәтләп ҡуя белмәйҙәр. Гардеробта ла шундай осраҡтар булып тора, һөҙөмтәлә өйөлөп ятҡан кейемдәрен элеп йөрөргә тура килә. Бындай күренештәрҙең нигеҙе, әлбиттә, ғаиләлә. Беҙҙең ата-әсәләрҙең күбеһе балалары өсөн өҙөлөп тора, хатта саманан тыш хәстәрләй. Һөҙөмтәлә ул-ҡыҙҙарында үҙаллылыҡ етешмәүе ихтимал.
Нисек кенә тимәһендәр, мин ҡала балаларының дәрестән буш ваҡыттарында эшләп йөрөүенә лә ыңғай ҡараштамын. Әйтеүемсә, класс етәксеһе булғас, төрлө хәлдәрҙе күрергә тура килә. Мәҫәлән, бер уҡыусым ғаиләһен яңғыҙы ҡараған әсәһенә ярҙам итеү өсөн дәрестән һуң төрлө эш башҡара, төндә һаҡсы булып та ултыра торғайны. Арып, йоҡоһо туймай, тәүге дәрестә йоҡлап киткән мәлдәре хаҡында белһәм дә, ҡайһы бер уҡытыусыларҙан дәғүәләр ишетһәм дә, үҫмерҙе һәр саҡ яҡланым. Уны йәлләп, йөрәгем һыҙлаһа ла, күҙҙәремдән йәш бәреп сыҡһа ла, “Ташла шул эшеңде!” тип әйтә алманым. Буштан ҡотороп, насар ниәт менән йөрөмәй бит уҡыусым, ә хәҙерҙән үк әсәһен ҡайғырта. Ҡайһы бер тиҫтерҙәре кеүек, телефонда ла уйнап ултырмай, ә эшләй! “Уҡыуыңа ғына иғтибарҙы кәметмә – барыһын да булдырасаҡһың”, – тип ҡеүәтләп торҙом.
Бына ошо уҡыусым гимназиябыҙҙы уңышлы тамамлап, хәҙер юғары уҡыу йортонда уңышлы белем алып йөрөй. Бәләкәйҙән сынығып үҫкәс, әле студент ҡына булһа ла, һәйбәт хаҡ түләнгән эше бар. Хеҙмәттең оло бәрәкәт икәненә бер дәлил был.
Ошоға ҡапма-ҡаршы икенсе бер осраҡ хаҡында ла һөйләп үтәйем. Был малай һәр саҡ телефон алмаштырҙы – ата-әсәһе яңынан-яңы моделлеләрҙе алып биреп торҙо. Үҫмер сағында уны шул заман уйынсығынан айырып алып та булманы, виртуаль донъяла “йәшәне”. “Дәреслекте күргең килмәһә, исмаһам, башыңды күтәреп, класташ ҡыҙҙарыңа күҙ һал”, – тип әйтеп тә ҡарай торғайным. Һөҙөмтә булманы. Ул егет артабан бер ҡайҙа ла уҡырға инмәне, әйтеүҙәренсә, берәү менән дә аралашмай, эшләмәй. Бына ҡайҙа ул ысын проблема, хеҙмәт тәрбиәһе булмауҙың ҡот осҡос эҙемтәһе.
Әйткәндәй, ошолай телефон уйындарынан айырыла алмаған, ата-әсәһе етәкләп тиерлек йөрөткән уҡыусылар мәктәпте тамамлағандан һуң хәл белешергә килеп йөрөмәй. Хатта ҡайһы берҙәре урамда осрағанда ла күрмәмешкә һалышыпмы, әллә, виртуаль донъяла йөрөгәнлектән, ысынбарлыҡтан айырылғанғамы, һаулыҡ та һорашмай үтеп китә. Шул уҡ ваҡытта йыш ҡына әрләнеп, хаталарҙы бергә төҙәтергә тура килгән, үҙ өҫтөндә эшләп, проблемаларҙы еңергә өйрәнгән уҡыусыларым әйләнгән һайын килеп тора, “һеҙ шул саҡта дөрөҫ әйткәнһегеҙ бит” тип ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерә, уҡытыусыларын да, туған гимназияһын да онотмай.
Бала өсөн, айырыуса үҫмергә үҙ өҫтөндә эшләү, уйланып, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, хаҡ юлға ынтылыу – шулай уҡ оло хеҙмәт ул. “Үҙеңде еңһәң, башҡаларҙан еңелмәҫһең” тигән һүҙҙәр дөп-дөрөҫ – ошоно һәр кем мәктәптә үк белергә тейеш.
Әгәр миңә мәктәп формаһы тегергә әйтһәләр...
Эш күрмәй, “аҡһөйәк” булып үҫеп килгән балаларҙың күбеһе – “хоҡуҡ эйәһе”. Уҡытыусыларҙан ошондай һүҙҙе йыш ишетергә тура килә. Бындай балаларға дәғүә белдереп булмай, “Нисек теләйем – шулай эшләйем”, “Һеҙҙең миңә шулай тип әйтергә ниндәй хоҡуғығыҙ бар?” тип ҡаршы әйтергә әҙер торалар, педагогтың һүҙҙәрен телефонға яҙҙырып алыу, видеоға төшөрөү күренештәре ғәҙәтигә әйләнде тиерлек. Шул уҡ ваҡытта заман балалары араһында ҡатыраҡ өндәшкәнде күтәрә алмағандар ҙа осрап тора.
– Йәш быуын бындай “һабаҡ”тарҙың күбеһен интернеттан ала. Унда “Хоҡуғыңды нисек яҡларға?” тигән темаға “дәрестәр” күп бит, – ти Гөлсөм Шафиҡова. – Хатта йәмғиәтте өйрәнеү предметында ла “баланың хоҡуҡтары” тигән бүлек бар, ә уның бурыстары хаҡында әйтелмәгән. Ошо ике яҡты “тигеҙләү” маҡсатына беҙҙең гимназияла ҙур иғтибар бүленә: халҡыбыҙға хас күркәм сифаттарға нигеҙләнеп, балаларҙа әҙәп, әхлаҡ, тыйнаҡлыҡ тәрбиәләргә, ололарҙы ололау, уларҙың әйткәнен тыңлау мөһимлегенә төшөндөрөргә тырышабыҙ. Хоҡуҡтарыңды белеү, һис һүҙһеҙ, һәйбәт, әммә бурыстарыңды онотаһың икән – тигеҙлек юғала, хоҡуҡи йәмғиәт төҙөп булмаясаҡ. Ғөмүмән, балаларҙың хаталарын ваҡытында әйтеп, төҙәтеп барырға кәрәк. Ҡайһы берҙәре бөгөн “ишетмәһә” лә, алдағы тормошонда иҫенә төшөрәсәк. Әлдә шул ваҡытта өйрәткән, тип эстән генә рәхмәт әйтеп ҡуясаҡтар.
Мәктәп формаһына килгәндә лә, балаларҙың, бигерәк тә үҫмерҙәрҙең, ошо “хоҡуғым бар, нисек теләйем – шулай кейенәм” тиеүенә бәйле аңлатыу эштәрен даими алып барырға тура килә. Урам кейемен мәктәптеке менән тигеҙләштерергә тырышалар. Матур ҙа, уңайлы ла булһын, башҡаларҙыҡынан айырылып та торһон... Һүҙ юҡ, ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫ уйлайҙар. Әммә тормошта һәр нәмәнең үҙ ҡағиҙәһе, сик-самаһы бар. Ошоно аңлатыуға күпме көс киткәнен һәр класс етәксеһе белә. Ғөмүмән, әгәр миңә, технология уҡытыусыһына, ҡыҙҙарға мәктәп формаһы әҙерләү проектын бирһәләр, ҙур теләктә, дәртләнеп тотонор инем. Ни өсөн тигәндә, уҡыусыларҙың үҙҙәре менән бергә тормошҡа ашырыр инек был эште, ике ҡарашты, идеяларҙы берләштереп. Шул уҡ ваҡытта балаларға йүнәлеш бирмәйенсә лә булмай. Бергәләшеп башҡарған хеҙмәттең емеше һәр саҡ татлы, ҡәҙерле. Ижад эшендә үҙҙәренең дә өлөшө булғас, ҡыҙҙар яратып, ғорурланып, ҙур теләк менән кейер ине ул форманы. Ә был – балаларҙың ҡәнәғәтлеге – һәр уҡытыусының, ата-әсәнең хыялылыр ул.
“Класташ малайҙарың ниңә тәртипһеҙ?”
Технология дәресендә, программа буйынса, ҡыҙҙарҙы һөнәргә генә түгел, дөрөҫ туҡланыу, матурлыҡ серҙәренә лә өйрәтә Гөлсөм Ғәлимйән ҡыҙы. Был темалар бер-береһе менән айырылғыһыҙ бәйле, гүзәл зат өсөн үтә мөһим.
– Тормошта бик күп нәмә ҡатын-ҡыҙға бәйле икәнен ҡыҙҙар бәләкәйҙән белеп үҫергә тейеш. Бит-ҡулдың, сәстең торошо, витаминдарҙың файҙаһы, яҡшы кәйеф нигеҙе, әҙәплелек – былар хаҡында һәр уҡытыусының әйтеп тороуы мөһим, тип уйлайым. Педагогтар бер һүҙҙә булһа, баланың ҡиәфәтенә иғтибарһыҙ ҡалмаһа, яҡшы һөҙөмтә көттөрмәйәсәк. Мин дәрестәремдә әйткәндәрем ҡыҙҙарға нығыраҡ тәьҫир итһен өсөн төрлө ысулдарҙы эҙләргә тырышам. Мәҫәлән, “Бына һинең класташ малайҙарың ни өсөн тәртипһеҙ? Барыһы ла бит һинән башлана” тигән һымаҡ тәрбиәүи саралар бер һүҙһеҙ ярҙам итеүсән.
Ҡыҙҙарыбыҙҙы эшкә өйрәтеү генә түгел, улар күңелендә халҡыбыҙға хас күркәм сифаттарҙы көсәйтеү өсөн дәрестәрҙә лә, проекттар эшләгәндә лә милли тематикаға нығыраҡ иғтибар итергә тырышам. Республикабыҙҙа үткән ошондай йүнәлештәге сараларҙа гел генә ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, “Милли кәсепкә – яңы һулыш” тип исемләнгән матур фестивалдә бер уҡыусым менән яңы технология ҡулланып кейеҙ баҫып, еңеү яуланыҡ. Ошондай һөнәри саралар күберәк ойошторолһа, һис шикһеҙ, йәш быуында хеҙмәткә һөйөү, үҙ көсө менән алға ынтылыш артасаҡ.
* * *
...Бына улар дәрестә ябай сумка тегә. Уҡытыусы классик стилде тәҡдим итһә, ҡыҙҙар үҙҙәренсә әлеге модаға ярашлы итеп эшләргә тырыша, эҙләнә, бәхәсләшеп тә китә. Был педагогты асыуландырмай, киреһенсә, уға дәрт, яңы ижади көс өҫтәй. Уҡыусылары битараф түгел, ә һөнәр өйрәнергә, матурлыҡ тыуҙырырға ынтыла бит! Хеҙмәткә таянғас, таймаясаҡ, бирешмәйәсәк улар.