“Патриот” хәрби паркын асыу тураһындағы проект йәштәр сәйәсәте буйынса өҫтөнлөклө йүнәлештәр исемлегенә индерелгәйне. Былтыр майҙа республика етәксеһе Радий Хәбиров “Авангард” үҙәген булдырыу мәсьәләһе буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, шундай үҙәктәр илдең һәр төбәгендә төҙөләсәк.
Ошоға бәйле республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов үҙ фекерҙәрен яҙҙы.
“Илһөйәрлек, хәрби шарттарҙы алмағанда, күпселек осраҡта лозунгтарға, оран һалыуҙарға, буш һүҙ һөйләүгә генә ҡайтып ҡала, тип ҡабул итеп өйрәнгән йәмғиәтебеҙ. Яу ҡырында ил мәнфәғәте өсөн ата-бабаларыбыҙ, әлеге мәлдә хәрбиҙәребеҙ батырлыҡ күрһәтә. Ысын мәғәнәһендәге илһөйәрлек күптәргә бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик аңлашылып етмәй. Шуға ла “Авангард” уҡыу-методик үҙәктәре йә “Патриот” парктары кеүек проекттар булыуы бик мөһим.
Бөгөн беҙ "Авангард" үҙәген эшләтеп ебәрҙек, ул "Патриот" паркының беренсе этабы булды. Уҡыусыларҙың тәүге сменаһы унда башланғыс хәрби әҙерлек алыу өсөн инде. Йәшәү шарттары яҡшы, тейешенсә туҡланалар, уҡыу программаһы ла бай.
Үҙәк хәрби округы командующийы вазифаһын башҡарыусы Олег Брагин, округка ингән утыҙлаған төбәк араһында “Авангард” иң яҡшыһы, тип билдәләне”, - тип яҙҙы Азат Бадранов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Фото: https://vk.com/a.badranov