Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2022, 12:00

Балалар көлдөрә йәки "Р" хәрефен өйрәнгәндә...

Ә һеҙҙең балаларығыҙ ниндәй хәрефте әйтә алманы? Ошоға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәр иҫегеҙҙәме?

Балалар көлдөрә йәки "Р" хәрефен өйрәнгәндә...
Балалар көлдөрә йәки "Р" хәрефен өйрәнгәндә...

Зөбәржәткә - дүрт, һеңлеһе Фирүзәгә ике йәш самаһы. Апай булһа ла, өлкәне әлегә "Р" хәрефен әйтә белмәй, ә һеңлеһенең теле шунда уҡ "Р"-лы булып асылды. 

Һаҡау итеп нимәлер һөйләгән Зөбәржәткә әйтәм:

- Ана һеңлең "Р" хәрефен әйтә белә. Һин ҡасан өйрәнәһең?

Был хәбәр апай кеше өсөн яңылыҡ булды, ахыры, тикшереп ҡарамаҡсы булып китте.

- Фийүзә, йә таяҡ тигән әле, - ти.

- Таяҡ!

- Юҡ, таяҡ түгел, ә та-яҡ! - тип ижекләп тороп әйтә. Шулай өс-дүрт тапҡыр ҡабатланғас, Зөбәржәт йүгереп барып тараҡ алып килде лә һеңлеһенә күрһәтеп:

- Был нимә? - тип һораны. Тегеһе тыныс ҡына:

- Тараҡ, - ти.

- Ә-әә, әйтә беләһең икән... - тип һығымта яһап ҡуйҙы апаһы. 

Фото: i.ytimg.com 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: