Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Июнь 2022, 16:30

Беҙҙең балалар талантлы ла, һәләтле лә!

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “АРТ-Ҡоролтай. Балалар” тип аталған ҙур форум үтте. 

Беҙҙең балалар талантлы ла, һәләтле лә!
Беҙҙең балалар талантлы ла, һәләтле лә!

Бөгөн, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә, Өфөләге “Торатау” конгресс-холында “АРТ-Ҡоролтай. Балалар” тип аталған ҙур форум үтте. Сара талантлы, һәләтле балаларҙы бергә йыйҙы, уларға ҡыҙыҡлы проекттарҙа үҙҙәрен һынап ҡарау мөмкинлеге бирҙе.

Был башланғыс республикабыҙҙағы “АРТ-Ҡоролтай” форум хәрәкәтенең бер өлөшө булып тора һәм һәләтле балаларҙы үҫтереүгә, яҡлауға, улар өсөн һөнәр һайлауҙа булышлыҡ итерлек яңы мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән.

Белеүебеҙсә, беренсе “АРТ-Ҡоролтай. Балалар” сараһы былтыр ойошторолғайны. Ул “Традицияларҙы һаҡлап, киләсәкте булдырабыҙ” девизы аҫтында үтте. Был сарала 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша.

Быйылғы балалар АРТ-Ҡоролтайы барышында “Тамырым – башҡорт” форумында ҡатнашыусылар, йәғни сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең балалары ла сығыш яһаны. “Тамырым – башҡорт” төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумы 31 майҙан 8 июнгә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн Силәбе, Ырымбур, Төмән,  Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан унышар бала саҡырылған. Бөгөнгө сара барышында был балалар һәм үҫмерҙәр халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, рухи ҡиммәттәре менән танышыуҙы дауам итте, мәҫәлән, Рәйес Низаметдиновтан ҡурай эшләү, Юлай Ғәлиуллиндан уҡ атыу серҙәрен өйрәнде, башҡа төрлө майҙансыҡтарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны.

А. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының “Киноһынауҙар”, “Тамыр” телеканалы ойошторған балалар телемарафонының “Телесфера”, К. Хабенскийҙың ижади үҫеш студияһының “Театр – балаларға”, Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжының “Хореография лабораторияһы” арт-киңлектәре балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы булды. А. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһының “Киноһынауҙар” майҙансығы айырыуса гөрләп торҙо. Режиссер Роман Пожидаев кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһынған, ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарарға теләгән ҡыҙҙар һәм малайҙар менән әңгәмә ҡорҙо.

- Әлбиттә, төрлө кимәлдәге балалар бар, әммә араларында һәләтлеләр, талантлылар күп булыуы ҡыуандырҙы. Бөгөн кастинг үткән балалар тураһындағы мәғлүмәт беҙҙең базаға туплана. Киләсәктә төрлө кинофильмдар төшөрөү барышында улар араһынан кино сәнғәтендә яңы исем булып балҡырлыҡтары ла килеп сығыр әле, - ти А. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әмиев.

Форумдың пленар ултырышы  “Башҡортостан – Евразия йөрәге. Киләсәккә ҡараш” тип аталды. Шулай уҡ эшлекле программа  “Мәҙәниәт өлкәһендә берҙәм белем биреү киңлеге булдырыу” секцияһын, ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәренең Балалар палатаһы ултырышын үҙ эсенә алды. Атай-әсәйҙәр балалары менән бергә “Мин – буласаҡ йондоҙ” сараһында ҡатнаша алды. Ғөмүмән, Оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, киноһынауҙар, тематик майҙансыҡтар, ижади лабораториялар балаларҙың шат, бәхетле тауышынан гөрләп торҙо.

Ошонда уҡ баш ҡалабыҙ Өфөлә һәм республика төбәктәрендә уңышлы эшләп килгән мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлешендәге белем усаҡтарының йәнле күргәҙмәһе эшләне. Мәҫәлән, Октябрьский музыкаль колледжы, Сибай сәнғәт колледжы һәм башҡа уҡыу йорттарының күргәҙмәләре айырыуса күп кешене йәлеп итте.

- Бөгөнгө сараға 40-тан ашыу кеше килдек. Улар – башлыса башҡорт һәм рус халыҡ ижадын өйрәнеү менән шөғөлләнгән “Соло һәм хор халыҡ йыры” бүлексәһе студенттары. Беҙҙең колледжда “Аяз” халыҡ фольклор ансамбле һәм “Щедрый вечер” рус халыҡ хоры эшләп килә. Был коллективтарҙың икеһе лә “Атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы” исеменә лайыҡ булды, - тип таныштырҙы колледж уҡытыусыһы, “Щедрый вечер” рус халыҡ хорының етәксеһе Гөлнара Хисаева. “Аяз” халыҡ фольклор ансамблен Ғәлиә Мусина уңышлы етәкләй.

Артабан сәхнәлә ҙур байрам концерты башланды. Унда Өфөлә һәм республика төбәктәрендә эшләп килгән мәҙәниәт һәм сәнғәт йүнәлешендәге белем усаҡтары уҡыусылары, балаларҙың ижади коллективтары, төрлө конкурстар еңеүселәре сығыш яһаны. Балаларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина сәләмләп, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы изге теләктәрен еткерҙе. 

Автор фотолары.

 

 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: