Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Фән һәм юғары белем биреү тармағы әкренләп үҙенең үҫеш моделен үҙгәртә. Университеттарға, иҡтисадтағы ихтыяждарҙы иҫәпкә алып, инновациялар драйверына әйләнеү бурысы тора. Уҡыу йорттары белем биреү программаларын киләсәктең талаптарына ярашлы ваҡытында үҙгәртеп ҡора барырға тейеш. Ошо маҡсатта республикала Евразия фәнни-белем биреү үҙәге булдырабыҙ. Бөгөн ул – беҙҙең өсөн иң өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе, сөнки был үҙәк белем биреүҙе яңы кимәлгә сығарыуға булышлыҡ итәсәк һәм Башҡортостан вуздарына үҫеш өсөн ҡеүәтле импульс бирәсәк. Былар барыһы ла ил үҫеше стратегияһына һалынасаҡ. Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Фән һәм технологиялар ун йыллығын иғлан итте.
Проектты 18 миллиард һумға баһалайбыҙ, шул иҫәптән 10 миллиард һум – федераль бюджеттан, ҡалғаны республика һәм эре корпорациялар ҡаҙнаһынан буласаҡ, тип күҙаллайбыҙ. Әлеге ваҡытта кәрәкле документтар әҙерләнә. Июндә объекттың проектын Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында тәҡдим итәсәкбеҙ", - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Был йүнәлештә алып барылған эштәр ил Президенты В.В. Путиндың май указдары тарафынан раҫланған "Фән" милли проекты (национальный проект "Наука") ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ла булышлыҡ итә.
Фото: avatars.mds.yandex.net
Сығанаҡ: vk.com/wall555400080_706