Бөтә яңылыҡтар

Гимназияла һабантуй үтте

“Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре уҙғарған байрам балалар күңеленә хуш килде

Гимназияла һабантуй үтте
Гимназияла һабантуй үтте

 

Бөгөн Өфө ҡалаһының Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында балалар һабантуйы үтте. Уны “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо. Байрам көнөндә гимназияла шулай уҡ “Ҡурай” мәктәп эргәһендәге лагерь ҙа асылды.

 Өлкәндәрҙең һабантуйы йолаларына ярашлы, балалар өсөн дә тоҡ кейеп йүгереү, сабыш, арҡан тартыу, көршәк ватыу һәм башҡа ярыштар ойошторолдо. Шулай уҡ  ҡыҙыҡлы квест та күптәрҙе йәлеп итте. “Юлдаш тауышы” майҙансығында балалар үҙҙәренең һәләтен күрһәтте – йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Күрше майҙансыҡта шахмат һәм шашкала иң оҫталар асыҡланды. Тағы ла арыраҡ майҙанда аквагримм менән биҙәнделәр, флешмобта ҡатнаштылар.

Байрамдың хедлайнерҙары – “Тамыр” вокал студияһы балалар яратып өлгөргән сағыу сығыштары менән сараны байытты. Гимназияның һәләтле ҡыҙ, малайҙары  үҙҙәре лә  матур музыкаль һәм бейеү номерҙары әҙерләгәйне. 

Күңелле байрамды “Вәт шәп кис” йәштәр проекты ди-джейҙары А.Сәсәнбаев, В. Фәйзуллин, И. Рамазанов үткәрҙе. Сара һуңында балалар конкурстарҙа йыйған приз балдарын “Юлдаш” радиоһы әҙерләгән бүләктәргә алмашты.

 

 

 

Гимназияла һабантуй үтте
Гимназияла һабантуй үтте
Гимназияла һабантуй үтте
Гимназияла һабантуй үтте
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в