Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Сибай ҡалаһында IV "Урал аръяғы-2022" Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Сараның тәүге эш көнөндә “Башҡортостан Республикаһының туризмды үҫтереү үҙәге” ойошмаһы менән “МАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте – “БЕЛАВТОМАЗ” холдингының идара итеү компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Документ балалар ялын ойоштороу өлкәһендә Беларусь менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек итеүгә йүнәлдерелгән.
"Һуңғы осорҙа ике арала эшлекле мөнәсәбәттәр әүҙемләшә, был үҙ нәүбәтендә төбәк туризмы өсөн уңай тенденция булып тора. Быйыл Башҡортостандың туризм тармағы вәкилдәре Беларусь Республикаһына танышыу визиты менән барҙы. Беҙҙең туроператорҙар ҡунаҡсыл күршеләрҙең туризм мөмкинлектәрен һәм үҫешкән эске туризмды юғары баһаланы. Беҙгә лә, үҙ сиратыбыҙҙа, ҡунаҡтарға күрһәтерлек нәмәләребеҙ бар", - тине “Башҡортостан Республикаһы туризмын үҫтереү үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Руслан Юнысов.
Килешеү 2023 йылда Беларусь һәм Башҡортостан республикалары һауыҡтырыу лагерҙарында 14-16 йәшлек балаларҙың ялын ойоштороуҙы күҙ уңында тота. Ул беҙҙең туризм индустрияһын үҫтереүгә һәм Беларусь менән халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға йүнәлдерелгән.
Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте ойоштора.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.