Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
2 Июнь 2022, 23:40

Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө – даими контролдә

Андрей Назаров тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө – даими контролдә
Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө – даими контролдә

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшө хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

“Республика Башлығы күрһәтмәһе буйынса, Иҫке Сибай ауылында мәктәп төҙөлөшөн даими контролдә тотабыҙ. Бөгөнгө кәңәшмәне майҙансыҡта уҙғарҙым. Генераль подрядсы һәм субподрядсы уртаҡ эшкә тотонған. Беренсе һәм икенсе ҡаттарҙа электрҙы монтажлау, өсөнсө ҡатта төп блокты һалыу тамамланған, тышҡы канализация селтәрҙәре үткәрелә.

Икенсе тапҡыр төҙөлөшкә 2 июлдә килермен”, – тип яҙған Премьер-министр.

Фото: vk.com/agnazarov

Сығанаҡ: vk.com/agnazarov

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: