Белем һәм тәрбиә
8 Июнь 2022, 14:00

Афарин, Луиза!

Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырғандар билдәле була башланы. 

Афарин, Луиза!Афарин, Луиза!
Афарин, Луиза!

Быйылғы сығарылыш уҡыусыларының БДИ буйынса һөҙөмтәләре билдәле була башланы. Мәҫәлән, химия буйынса имтиханда Борай ауылының 2-се гимназияһын тамамлаған Луиза Хәлил ҡыҙы Тажетдинова 100 балл йыйыуға өлгәшкән.

Луизаның уҡытыусыһы - Әнисә Илдар ҡыҙы Мортазина. Был - уларҙың ентекле хеҙмәте һәм яҡшы әҙерлеге һөҙөмтәһе. 

Уҡыусылар химиянан имтиханды 26 майҙа тапшырғайны. 6 июндә 3172 сығарылыш уҡыусыһы - физика, 1913 егет һәм ҡыҙ тарихтан һынау бирҙе. Артабанғы көндәрҙә йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр, биология, информатика һәм ИКТ фәндәренән Берҙәм дәүләт имтихандары көтә. Йәштәргә уңыштар теләйбеҙ! 

Фото: vk.com/garaev_rushan_kadimovich

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас