Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
8 Июнь 2022, 15:00

Башҡортостанда уҡығым килә

31 майҙан 7 июнгә тиклем Өфөлә "Тамырым - башҡорт" төбәк-ара балалар һәм үҫмерҙәр форумы үтте

Башҡортостанда уҡығым килә
Башҡортостанда уҡығым килә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, мәктәп уҡыусыларын этномәҙәни, гражданлыҡ-патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан 60 үҫмерҙе берләштерә. Йәш делегаттар «Ғарипов уҡыуҙары» республика конкурсында, «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивалендә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта һәм башҡа ижади ярыштарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәре һәм әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Башҡортостанға форумға юлламалар  менән бүләкләнә.

Мәҙәни программаға ярашлы, балалар республика музейҙарында экскурсияла булды, Өфө театрҙарында спектаклдәр ҡараны. Шулай уҡ «Тамырым - башҡорт» форумы сиктәрендә һөнәри йүнәлеш биреү эше алып барылды, Бөрйән районы «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына сәйәхәт, популяр башҡорт сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары менән интерактив, «Тамыр» балалар телеканалы тапшырыуын төшөрөүҙә ҡатнашыу  ойошторолдо. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан мәктәп уҡыусылары баш ҡалала  «Арт-ҡоролтай. Балалар» икенсе мәҙәни  форумында ла ҡатнашты.   

Форум ябылған көндә ҡатнашыусылар республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты. Сара Р.Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында барҙы, унда балалар һигеҙ көн буйы йәшәне. Форумдың йәш  делегаттарының Башҡортостанға сәфәре тураһындағы тәьҫораттарын сағылдырған  өс минутлыҡ видеороликты ҡарағандан һуң,  Азат Шамил улы балаларҙы сәләмләне.
 
 - Ошондай йөкмәткеле программа килеп сығыуына шатмын. Республикабыҙҙа бер аҙна ваҡыт эсендә күп нәмә күрҙегеҙ. Мәҫәлән, беҙ Өфөлә һәм республикала ғорурланған Шүлгәнташ музейы һәм мәмерйәһе. Республика бөгөн бик йылдам үҫешә, киләсәккә йүнәлтелгән проекттар тормошҡа ашырыла. Шүлгәнташ музейы урынына сығымдар буйынса Өфөлә сауҙа үҙәктәре төҙөй алыр инек, әммә был киләсәк, иртәгәһе көн өсөн түгел. Йәки һеҙ булып киткән Альбанов музейы менән дә  шундай уҡ хәл. Был республика биләмәһендә  иң йәш музей. Ул үҙенең тарихы менән үҙенсәлекле. Был музейҙа булғандан һуң, һеҙ «Ике капитан» киноһын ҡарарһығыҙ йәки  романын  уҡырһығыҙ, тип ышанам. Бөйөк кешеләр тураһындағы ошондай тарихтар ҙур ҡаҙаныштарға һәм батырлыҡтарға илһамландыра, - тине Азат Бадранов.


 Беренсе вице-премьер балаларҙың кемеһе Башҡортостанда белем алыуын дауам итергә теләүе менән ҡыҙыҡһынды. Форумда ҡатнашыусыларҙың күбеһе ҡулдарын күтәрҙе һәм Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһында уҡырға теләүҙәрен әйтте. Малайҙар араһында Республика инженер лицей-интернатына уҡырға инергә ниәтләүселәр ҙә аҙ түгел ине.  Азат Бадранов, «Тамырым - башҡорт» форумында ҡатнашыусылар кеүек әүҙем һәм маҡсатҡа ынтылышлы балаларҙың барыһы ла мотлаҡ килеп сығыр, тигән ышанысын белдерҙе.


-  Төбәктәрегеҙҙә, башҡорттар тығыҙ йәшәгән урындарҙа тарихи-мәҙәни мираҫ үҙәктәре астыҡ, һәм был институт үҫешер, тип ышанабыҙ. «Тамырым - башҡорт» кеүек форумдарҙа беҙ 60 түгел, ә 500, 1000 ҡатнашыусыны ҡабул итәсәкбеҙ. Һәр берегеҙ илдең төрлө төбәгендә тыуһа ла, Башҡортостан - ул һеҙҙең дә Ватанығыҙ булыуын онотмағыҙ. Был ошонда йәшәгән кешеләрҙән рухи йылылыҡ тойоу, беҙҙе күп нәмә берләштереүен, бында һеҙгә шат булыуыбыҙҙы аңлауығыҙ өсөн мөһим, - тине беренсе вице-премьер.


 Уҡыусылар Азат Шамил улына Башҡортостанға сәфәр барышында нимә хәтерҙәрендә ҡалыуы тураһында һөйләне, үҙҙәренең уй-хыялдары менән уртаҡлашты. Мәҫәлән, 13 йәшлек Ян Тимерғәзиев Свердловск өлкәһенең Белоярск районы Белореченск ҡасабаһынан килгән. Малай Өфөлә беренсе тапҡыр.

- Әсәйем сығышы менән Силәбе өлкәһенән, табын ырыуы башҡорттары. Башҡортостанға бик тә киләһе килә ине, сөнки был ерҙә минең тамырҙарым, юҡҡа ғына форум «Тамырым - башҡорт» тип аталмай. Бында беҙ үҙ-ара  бик дуҫлашып киттек. Уҡыусыларҙың  күптәренең туған телдә иркен аралашыуын күрәм. Форум ярҙамында мин дә башҡорт телен өйрәнә башланым, иллегә тиклем һанай беләм. Өйгә ҡайтҡас, Башҡортостан мәҙәниәте хаҡында һөйләйәсәкмен һәм ете быуын шәжәрәмде төҙөйәсәкмен, - тине Ян Тимерғәзиев.
 Силәбе өлкәһенең Арғаяш ауылынан ун дүрт йәшлек Азалия Талипова йырсы булырға һәм башҡорт эстрадаһында эшләргә хыяллана. Уның яратҡан башҡарыусыһы Артур Туҡтағолов. Артист Арғаяшҡа гастроль менән  килгәндә һәләтле ҡыҙ уның менән бер сәхнәлә сығыш яһап өлгөргән дә инде.

- Миңә бында шул тиклем оҡшаны, хатта Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназияһына уҡырға инергә теләйем. Бөгөн бында математика һәм рус теленән имтихандар тапшырҙым. «Тамырым - башҡорт» форумы булмаһа, ошо гимназия тураһында белмәҫ тә инем. Ә хәҙер мин бында уҡырға хыялланам, - тине Азалия Талипова.

Осрашыу һуңында Азат Бадранов балаларға легендар башҡорт летчигы Муса Гәрәев хаҡында китап бүләк итте һәм уҡыусылар  менән иҫтәлеккә фотоға төшкәс, уларға тыуған республика менән бәйләнештәрен өҙмәүҙәрен, туғандары һәм дуҫтары менән Башҡортостанға йышыраҡ килеүҙәрен теләне.
 
 Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: