Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.
“Мин Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда Силәбе, Свердловск, Ырымбур, Ҡурған өлкәләренән, Пермь крайынан күп егеттәр һәм ҡыҙҙар уҡый ине, сөнки быуаттар буйы ошо өлкәләрҙә башҡорт халҡы йәшәй.
Шунан был эш – Рәсәй төбәктәренән йәштәрҙе республика гимназияларында уҡытыу туҡталды һәм 15 йыл буйы система рәүешендә башҡарылманы.
Ике йыл элек беҙ был эште яңынан тергеҙҙек. "Белем" мәғариф фестивале үткәрәбеҙ. Беҙҙең гимназиялар өлкәләр буйлап йөрөп, балалар өсөн имтихандар, уҡырға ҡабул итеүҙәр ойоштора.
Быйыл Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы бик шәп проектты тормошҡа ашырҙы. Уның исеме "Тамырым – башҡорт". Рәсәй төбәктәренән 60 мәктәп уҡыусыһы Өфө һәм республика буйлап сәфәрҙә йөрөп ҡайтты. Улар ҡайҙа ғына булманы, хатта Шүлгәнташ мәмерйәһенә лә барып етте.
Шулай итеп, Башҡортостан, уның тарихы һәм мәҙәниәте менән танышҡас, ошо 60 бала араһынан Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатына һәм Республика инженер лицейына уҡырға инергә теләүселәр ҙә табылды”, - тип яҙҙы Азат Шамил улы.
Фото: https://vk.com/a.badranov