Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
17 Июнь 2022, 13:25

“Башҡортостанда ғилми мәктәптәр көслө”

Башҡортостан Хөкүмәте менән “Синергия” финанс-сәнәғәт университеты килешеү төҙөнө.

“Башҡортостанда ғилми мәктәптәр көслө”
“Башҡортостанда ғилми мәктәптәр көслө”

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән Мәскәүҙең “Синергия” финанс-сәнәғәт университеты төбәктә мәғарифты, туризмды һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Синергия” корпорацияһы президенты Вадим Лобов ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан – танылыу яулаған ғилми үҙәк. Ул тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә аҡса йүнәлтеү күләме буйынса алдынғылар иҫәбенә инә. “Синергия” университеты менән хеҙмәттәшлек итеү төбәк өсөн кәрәкле белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелә. Хеҙмәттәшлектең йәнә бер мөһим йүнәлеше – Өфөнөң 450 йыллығына әҙерлек. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты, туризмды үҫтереү, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең социаль һәм хеҙмәт интеграцияһына булышлыҡ итеү үҙ-ара эшмәкәрлек даирәһенә инә.  

– Башҡортостанда ғилми мәктәптәр көслө. Республика мөһим темаларға фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙе даими уҙғара. “Синергия” университеты кадрҙар ҡеүәтен арттырыу, белем биреү кимәлен күтәреүҙә файҙалы буласаҡ. Беҙҙә бының өсөн тейешле ресурстар һәм технологиялар бар, – тине “Синергия” корпорацияһы президенты Вадим Лобов.

Фото: glavarb.ru/rus/press

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: