Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
18 Июнь 2022, 16:15

"Аҫылташ" шәп егет һәм ҡыҙҙарҙы көтөп ҡала

Быйыл да форум Йылайыр районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан “Дуҫлыҡ” балалар лагеры биләмәһендә үтәсәк.

"Аҫылташ" шәп егет һәм ҡыҙҙарҙы көтөп ҡала
"Аҫылташ" шәп егет һәм ҡыҙҙарҙы көтөп ҡала

Йылайыр районының “Дуҫлыҡ” балалар лагерында 21 июлдән 24 июлгә тиклем “Аҫылташ” йәштәр форумы уҙасаҡ. Ғаризалар 15 июлгә тиклем ҡабул ителә.

Был сарала 18-35 йәштәге 300-ҙән ашыу йәштәрҙең ҡатнашасағы күҙаллана. Улар 15 командаға бүленеп, өс йүнәлештә эш алып барасаҡтар. Ойоштороусылар форумда ҡатнашырға теләгән ирекмәндәрҙән командалар туплай. Ҡатнашыу тулыһынса бушлай.

Форумдың төп маҡсаты - үҫешкә ынтылған йәштәрҙе күреү, табыу, уларҙа артабан лидерлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, йәштәр араһында төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, уны грант яҡлау юлдарына тиклем өйрәтеү, берҙәм команда менән эш итеү, республика йәштәрен бергә туплау, улар өсөн аралашыу һәм осрашыу майҙансығы булдырыу, халҡыбыҙҙың тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлау, арттырыу, маҡсатлы йәштәрҙе берләштереү.

"Бәйләнештә" социаль селтәрендә “Аҫылташ” төркөмөнә ирекмәндәрҙән ғариза ҡабул ителә. Ойоштороусыһы - Наҙгөл Ҡасимова.

Түбәндәге һылтанма аша теркәлергә мөмкин: https://clck.ru/qsiMb

Сығанаҡ һәм фото: "Аҫылташ" төркөмө сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: