Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар һөнәр һайлай

Республикала 70 меңдән ашыу уҡыусы һөнәри йүнәлеш буйынса сараларҙа ҡатнашты.

Уҡыусылар һөнәр һайлай
Уҡыусылар һөнәр һайлай

Башҡортостанда 70 меңдән ашыу уҡыусы хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәр буйынса эшмәкәрлек өлкәһен һайлау һәм профессиональ белем алыу маҡсатында үткәрелгән һөнәри йүнәлеш буйынса сараларҙа ҡатнашты.

– Профессиональ үҙбилдәләнеш үҙаллы һайлаған һөнәрҙең мәғәнәһен һәм ҡиммәтен табыу процесынан тора. “PROF мөхит” республика һөнәри үҙбилдәләнеш фестивале, “Һөнәри оҫталыҡ дәресе”, “Минең хобби - минең эшем” һөнәри йүнәлеш биреү саралары, “Юғарыға ос!” республика өсөнсө мәғарифы форумы – бөтә был саралар республика уҡыусыларына, йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, үҙе өсөн кәрәкле һөнәр тураһында мәғлүмәт алырға ярҙам итә, –  тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

26-28 августа Өфөлә үткән IX «Йәш профессионалдар» милли чемпионатының финалы һәм 6-11-се класс уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү буйынса «Киләсәккә билет» проекты үҙҙәренең кәрәкле һәм мөһим булыуын күрһәтте. Чемпионат финалы сиктәрендә 5-11-се класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш буйынса комплекслы майҙансыҡ ултырышы үтте. Был сарала 17 меңдән ашыу уҡыусы ҡатнашты һәм шәхси маршрут төҙөү буйынса тәҡдимдәр алды.

2021 йылдың октябрь айында Башҡортостанда «Киләсәккә билет» проекты сиктәрендә Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреү буйынса дәрестәр уҙҙы. Улар 6-11-се класс уҡыусыларына буласаҡ һөнәрен һайлауҙа ҙур әһәмиәткә эйә.

Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56353

Автор:Алтынай  Солтанғужина
Читайте нас в