Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
22 Июнь 2022, 10:30

Юлиә тарих фәненән иң юғары баһа алған!

Был район тарихында тарих фәненән беренсе 100 балл! 

Юлиә тарих фәненән иң юғары баһа алған!
Юлиә тарих фәненән иң юғары баһа алған!

Әбйәлил районының 1-се Асҡар урта мәктәбе лә Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусы уҡыусыһы булыуы өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисерә ала.

Белем усағының сығарылыш класс уҡыусыһы Юлиә Истамбаева тарих фәненән имтихандың иң юғары баһаһын алған. Был район тарихында тарих фәненән беренсе 100 балл! Афарин, Юлиә! Тырышлығың бушҡа булмауын бөтә фәндәрҙән дә дәүләт һынауҙарын уңышлы тапшырыуың менән дәлилләнең. Теләгән һөнәреңә эйә булырға яҙһын! Шулай уҡ 1-се Асҡар урта мәктәбе колективын һәм тарих фәне уҡытыусыһы Д. Ф. Сәлиховты был юғары ҡаҙаныш менән ҡотлайбыҙ!

Фото һәм сығанаҡ: "Осҡон" гәзите

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: