Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
23 Июнь 2022, 22:15

"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"

Радий Хәбиров Григорий Орджоникидзе менән осрашты.

"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"
"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"

23 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров илдең ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе менән осрашты. Ул республикаға ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре милли советының күсмә ултырышында ҡатнашыу өсөн килгән.

Осрашыуҙа халыҡ-ара ойошма менән үҙ-ара эш итеү перспективаларын тикшерҙеләр һәм төбәктә гуманитар проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса пландар ҡорҙолар. "Берҙәм эшебеҙ һөҙөмтәһендә әһәмиәтле уңыштар ҙа бар. "Янғантау" геопаркы Рәсәйҙә һәм постсовет киңлегендә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инде. Беҙ был биләмәне планлы рәүештә үҫтерәбеҙ, тәбиғәт-рекреация мөмкинлектәренә музей-туристик комплекстарын да өҫтәп, - тине Радий Хәбиров. - Быйыл республикала булып киткән ЮНЕСКО эксперты ЮНЕСКО-ны глобаль геопарктар селтәренә индереү тураһында тағы бер ғаризаны ыңғай баһаланы - ул "Торатау" геопаркы".

Республика Башлығы, параллель рәүештә "Башҡортостан шихандары: Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау" тәбиғәт-геологик объектын "Тәбиғәт" номинацияһы буйынса ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереүгә көс һалына, тине. "Мәҙәниәт" номинацияһы буйынса был исемлеккә Шүлгәнташ мәмерйәһендәге рәсемдәрҙе индерергә тәҡдим ителә.

Радий Хәбиров Григорий Орджоникидзены 9 июлдә "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей комплексын асыу тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы.

"ЮНЕСКО - бик күп гуманитар проекттарҙа Башҡортостандың ышаныслы партнеры, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ Башҡорт дәүләт университеты базаһында "Геопарктар - тотороҡло үҫеш биләмәһе" темаһына ЮНЕСКО кафедраларын асыуға әҙерләнһәк, Башҡортостан дәүләт аграр университеты нигеҙендә солоҡсолоҡ темаһына. Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһының яуаплы секретары Башҡортостанда тормошҡа ашырылған гуманитар проекттарҙы юғары баһаланы.
- ЮНЕСКО-ның ассоциацияланған мәктәптәре иҫәбендә, ә улар Башҡортостанда - 39, республикағыҙ илдә беренсе урынды биләй, - тип билдәләне Григорий Орджоникидзе. - Республика колледждарын үҫтереүгә яңы этәргес биреү өсөн ЮНЕСКО-ның һөнәри белем буйынса үҙәген булдырыу ҡыҙыҡлы булыр ине. Уның базаһында Башҡортостан геопарктары өсөн белгестәр ҙә әҙерләргә мөмкин. Был инженер һөнәренең абруйын арттырасаҡ, урта һөнәри белем биреүҙе яңы кимәлгә күтәрәсәк".

Осрашыу һуңында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Григорий Орджоникидзеға республикала ЮНЕСКО проекттарын һәм программаларын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн Халыҡтар дуҫлығы орденын тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"
"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"
"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"
"ЮНЕСКО - Башҡортостандың ышаныслы партнеры"
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас: