Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Иҫке Сибайға сәфәре тураһында яҙҙы.
"Вәғәҙә итеүемсә, бөгөн Иҫке Сибай ауылындағы мәктәп төҙөлөшөн ҡараным, – тигән Андрей Геннадьевич. – Эштәр планға ярашлы бара. Бинаның фасады һәм уны ябыу – август аҙаҡтарында, ә электр үткәреү, стеналарҙы йөҙләү, вентиляцияға тоташтырыу, һыу үткәреү кеүек эштәр июлдә тамамланасаҡ. Бик күп техника, ҡоролмалар күптән һатып алынған".
Андрей Назаров әйтеүенсә, подрядсы һәм субподрядсы бурысына яуаплы ҡарай, бөтә эштәр ҙә бер юлы алып барыла.
Фото: А. Назаровтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе.