Башҡортостандан ике студент ҡыҙ “Мәғариф флагмандары. Студенттар” конкурсының еңеүселәре иҫәбенә инде.
Санкт-Петербургта А.И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университетында “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” президент платформаһына ярашлы үткәрелгән “Мәғариф флагмандары. Студенттар” Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсының финалы тамамланды. Һөҙөмтәгә ярашлы, 35 студент еңеүсе булып танылды.
Был һөнәри конкурс “Мәғариф” милли проектының “Һәр кемгә социаль лифттар” федераль проектына нигеҙендә ойошторола. Конкурстың маҡсаты – уҡытыусы булып эшләргә теләгән алдынғы ҡарашлы студенттарҙы табыу, үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү. Быйыл сарала ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең 84 төбәгенән 26955 кешенән ғариза ҡабул ителгән. Февралдә ҡатнашыусылар дистанцияла тест һорауҙарына яуап биргән. Апрель-май айҙарында Рәсәйҙең һигеҙ ҡалаһында (Санкт-Петербург, Мәскәү, Саранск, Томск, Владивосток, Төмән, Волгоград, Грозный) конкурстың ярымфиналы үткән. Ә финал Санкт-Петербургта уҙған.
“Быйыл конкурста тәүге тапҡыр колледж һәм техникум студенттары ла ҡатнашып, һәр этапта ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Бөгөнгө еңеүселәрҙең исемдәре илебеҙҙең кадрҙар потенциалын тулыландырыр тип ышанам”, - тине Рәсәй мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Александр Бугаев.
35 еңеүсенең 25-е юғары уҡыу йорттарынан булһа, унауһы – урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары.
Башҡортостандан “Мәғариф флагмандары. Студенттар” конкурсында Өфө күп профилле һөнәри колледжынан Дарья Кутьина һәм Башҡорт дәүләт университетынан Дарья Щебетовская еңеүсе булып танылды.
Фото: “Мәғариф флагмандары. Студенттар” конкурсының сайты.