Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылда Уҡытыусылар һәм кәңәшсе-тәрбиәселәр йылын үткәреү тураһында указға ҡул ҡуйған. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми интернет-порталында баҫылған.
“Педагогия хеҙмәткәрҙәренең айырым статусын, шул иҫәптән кәңәшсе-тәрбиәселәрҙең эшмәкәрлеген танытыу маҡсатында Рәсәй Федерацияһында 2023 йылда Уҡытыусылар һәм кәңәшсе-тәрбиәселәр йылын үткәрергә ҡарар итәм”, – тиелә документта.
Президент шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәтенә өс ай эсендә ойоштороу комитеты булдырырға һәм төп саралар планын эшләргә һәм раҫларға ҡушты.
Фото:Kremlin.ru